Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь , 16:55

Өфөлә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр

Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда ойошторола. Уның маҡсаты - Рәсәй халыҡтарының тел төрлөлөгөнә булышлыҡ итеп, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү. Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған: ул күренекле төрки шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Уның хөрмәтенә Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғәҙәттәгесә байрамдың төп майҙансыҡтарының береһенә әүерелә.

Өфөлә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр

2006 йылда уҡыу йортона Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелде. Ә 2008 йылда юғары уҡыу йортоноң төп корпусы алдындағы майҙанда бөйөк мәғрифәтсегә һәйкәл ҡуйыла, ул университет символдарының береһенә әйләнә.

Байрам хөрмәтенә Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Унда власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина йыйылыусыларҙы сәләмләне һәм байрам менән ҡотланы. "Республикабыҙҙа Башҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу һәм башҡорт теленең ни тиклем матур һәм яңғырашлы булыуын тағы бер тапҡыр иҫкә алыу һәйбәт йолаға әүерелде. Башҡортостан етәкселеге туған телебеҙҙе һаҡлау өсөн бик күп эштәр башҡара, уны үҫтереү өсөн шарттар булдырыла. Был көндө студенттарҙы хөрмәтләп, уларға Аҡмулла исемендәге стипендия тапшырыу мәртәбә ул", – тип билдәләне Тамара Михайловна.

"Аҡмулла исемен йөрөткән университетта башҡорт телен үҫтереү, шулай уҡ "Урал батыр" эпосын һаҡлау буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Беҙҙә башҡорт фольклорының ғилми-тикшеренеү үҙәге булдырылған, бөтә мәғрифәтселәрҙе лә хәтерләйбеҙ һәм өйрәнәбеҙ”, - тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма   комитеты рәйесе, Дәүләт - Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов юғары уҡыу йортонда алып барылған эште юғары баһаланы, рәхмәт белдерҙе һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде һәм рухиәтте һаҡлау һәм үҫтереү буйынса емешле һәм күп йыллыҡ эше өсөн Салауат Сәғитовҡа "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалын тапшырҙы.

Тамара Танһыҡҡужина Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары һәм колледждарының 11 студентына Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә бәйле уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләр өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырҙы.

“Мин дүрт йыл дауамында маҡсатлы рәүештә ошо стипендияны алыу өсөн тырыштым һәм барыһы ла килеп сыҡҡанына бик шатмын. Төрлө конкурстарҙа, форумдарҙ, конференцияларҙа ҡатнаштым, ғилми мәҡәләләр яҙҙым, шуға күрә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға өлгәштем", - ти М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының 5-се курс студенты Айгүзәл Яубаҫарова.

Стипендия 2006 йылда булдырыла һәм йыл һайын 10 колледж һәм 5 юғары уҡыу йорто студентына тәғәйенләнә. Уны көндөҙгө бүлектә уҡыған, яҡшы билдәләр алған, Башҡортостан халыҡтары телдәрен өйрәнеүгә бәйле олимпиадаларҙа һәм ижади конкурстарҙа еңеүсе йәки призер булған, фәнни тикшеренеүҙәр алып барған һәм туған телдәрҙе өйрәнеүгә бәйле баҫмалары булған икенсе һәм артабанғы курс студенттары ала ала. Стипендия бер йылға тәғәйенләнә. 2023 йылдан уның күләме 5000 һум тәшкил итә.

Фото авторы: Әлиә Кәшәфетдинова.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2025-12-14/14-dekabr-f-l-bash-ort-tele-k-n-n-bild-l-nel-r-4506359

Өфөлә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас