Башҡорттарҙың Бөтә донъя ҡоролтайы үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын бик аҡыллы һәм артыҡ олонан ҡупмай ғына билдәләне, ә уйлаһаң, йөкмәткеһе һәм форматы яғынан ҙур сара булды, яу барған мәлдә, был тантана халҡыма хас тыйнаҡлыҡ һәм күркәмлек өлгөһө ине. Ҡоролтайҙар беҙҙең һәр саҡ иң әһәмиәтле йыйын булды, Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башлығы Указдары менән генә барса ғәмде йыйып үткәрелде ул. Был бик тә әһәмиәтле, сөнки власть та, халыҡ та бергә, бер ҡаҙанда ҡайнай, бер-береһенән бер ни йәшермәй уртаға һалып һөйләшә ала, тимәк.
Электән үк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшмәкәрлегенең иң мөһим саралары иҫәбенә башҡорт халҡын туплауға һәм уның милли аңын нығытыуға, халыҡтың тормош кимәлен күтәреүгә, телен, тарихын, рухын, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлауға, башҡорт телендә фәнде, әҙәбиәтте, сәнғәтте, киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә йүнәлеш тотоу инде, инә. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын уҙғарыу республикала ғына түгел, хатта бар Рәсәйҙә беренсе булып һәр халыҡ алдында торған милли, социаль мәсьәләләрҙе асыҡлау, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, һәр милләттең мәнфәғәттәренә, ихтыяждарына иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү өлгөһөн күрһәткәйне.
Бөгөн дә беҙҙең Ҡоролтай үҙ милләтенең хәстәрен дә, хәсрәтен дә, уй-ҡараштарын да барлап, Рәсәйҙә ил ныҡлығын, ил берҙәмлеген алға һөрә. Башлығыбыҙ Радий Хәбировтың бөгөн кәңәшмәлә ҡатнашып, ҡоробоҙҙо ҙурлап, Ҡоролтай - ул Көс, тип атауында тарих дөрөҫлөгө лә, йыйын йөкмәткеһе лә, еңеүҙәрҙең баҙыҡлығы, алға ҡуйылған бурыстарҙың ни тиклем оло булыуы хаҡында һөйләй түгелме?! Махсус операция биләмәһендә булғанда башҡорт егете "Историк"тың бер фекере уйға һалғайны.
– Һуғышта иң ҡәҙерлеһе һәм иң татлыһы – һыу. Төндәрҙең береһендә ярты километр алыҫлыҡтағы һаҙлыҡҡа киттем. Ике пластик һауыттың береһенә һыу йыйып маташам. Бер аяғым батҡаҡҡа төшөп китте һәм мин ауыҙ тултырып, башҡортсалап, ҡаты һүҙ менән ҡысҡырып ебәрҙем. Шул саҡ эргәлә генә кемдеңдер ярҙам һораған хәлһеҙ тауышы ишетелде. Үҙебеҙҙең һалдат. Аяғына яраланып яртылаш кәүҙәһе менән ергә күмелеп ҡалған икән. Бер нисә тәүлек ошо хәлдә. Ҡаҙып сығарҙыҡ. Асыҡҡан, һыуға сарсаған, яраһын эрен баҫҡан. Тиҙ арала ике саҡрым алыҫлыҡтағы эвакуацион урынға алып барҙыҡ. Өлгөрҙөк, иҫән ҡалды. “Мин, бәлки, һуғышҡа кемделер үлтерер өсөн түгел, ә шул яралыны ҡотҡарыр өсөн генә барғанмындыр? Ҡайҙалыр алыҫта тап минең ярҙамға мохтаж булған Хоҙайҙың бер изге бәндәһе мине көтәлер?” – тип тә уйлап ҡуям. Уйға һалырлыҡ фекер бит.
Бөгөн иҫем китеп, Эстониянан килгән "Ағиҙел" башҡорт мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Флүзә Тимерғәли ҡыҙы Хәйруллинаның саф башҡорт телендәге сығышын тыңланым.
- Эстонияла, Палдискиҙа, барығыҙ ҙа беләһегеҙ, Салауатыбыҙҙың изге һөйәге ятҡан урында һәйкәл ҡуйылды. Эйе, уның бронза өлөшөн урланылар. Башҡортостан Хөкүмәте килеп, ул һәйкәлде яңынан тергеҙҙе. Республикабыҙҙан делегациялар элек йыш килде, хәҙер бик һирәк, юлдар ябылды. Минең төп эшем Эстонияға килеүсе яҡташтарымды ҡаршы алыу, виза эшләү, батырыбыҙҙың һуңғы төйәген күрһәтеү булды. Хәҙер инде батырыбыҙҙың тыуған көнөндә - 16 июнь - үҙебеҙ, Эстонияла йәшәүсе башҡорттар, йыл да мотлаҡ рәүештә Салауат һәйкәленә барып, сәскәләр ултыртабыҙ, доғалар ҡылабыҙ... Был изге йолаға әйләнде. Эстонияла иң әүәл барғанда бер танышым юҡ ине, иң ҡәҙерле кеше күреп Салауат эргәһенә бара инем. Ул саҡта үҙемде олатайым янына барған кеүек хис иттем. Бик ҡәҙерле тойғо, аңлайһығыҙҙыр... Уның да рухы һөйөнәлер, тим.
Тиҫтә йылдар ситтә йәшәп тә үҙ телендә тулҡынландырғыс хәбәр һөйләгән апайҙы тыңлап ултырҙым да уйға ҡалдым. Уйлаһаң, "Историк" әйтмешләй, тап Флүзә Тимерғәли ҡыҙына ғына бөйөк Салауатыбыҙҙың йәне сыҡҡан, һуңғы һулышы, һуңғы эҙе ҡалған ерҙә, йыл да шулай уның рухын шатландырыу бәхете Күктән ебәрелгәндер, яҙмышылыр. Кем белә, бәлки, Салауатыбыҙ ҙа уның килеүен йыл да көтәлер. Уйлаһаң, ваҡыт, Ғаләм ҡыҫаларына һыймаҫ оло вазифа, оло бәхет бит был башҡорт ҡыҙы өсөн.
Ҡоролтай сираттағы юбилейын билдәләне. Халҡыбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙары, замандаштарыбыҙ фекер алышты, уй-зиһен тупланы. Уйлаһаң, данлы һәм ҡанлы үткәнебеҙҙе, ҡабатланмаҫ бөгөнгөбөҙҙө киләсәккә лайыҡлы күтәреп алып барыу беҙҙең иңгә ятҡан, беҙҙең мәйелебеҙ, тәҡдиребеҙ был. Юҡҡа түгелдер, юҡҡа түгелдер...
Фотоларҙың береһендә Флүзә Тимерғәли ҡыҙы һөйләп тора.
Автор: Мөнир Ҡунафин.