“Моңло ла, мәғәнәүи лә бишек йырҙары ҙур ҡөҙрәткә эйә. Бала күңеленә тир-йәйүндәгеләргә ҡарата һөйөү ҙә бәләкәйҙән тыңлап үҫкән бишек йырҙары аша һалына. Бигерәк тә әсә башҡарыуындағы сәңгелдәк йыры уның күңеленә шифалы тәьҫир итә. Бишек йыры баланы йоҡлатыу өсөн генә түгел, ә сабыйҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тәрбиәүи йәһәттән дә файҙаланылған. Баланың һаулығы, ҡылыҡтары, холҡо ла әсәһенең уға ниндәй бишек йыры башҡарыуына бәйле. Әсә бишек йырҙары аша балаһына туған теленең наҙын, көйҙәрҙең моңон еткерә. Шуны онотмағыҙ, һөйөклө әсәйҙәр!” — ти “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһының ижади күңелле ағинәйе, Асҡын үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы Насретдинова.
Наилә Имаева.