Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь , 06:05

Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

 Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Башҡортостандың иң яҡшы педагогтарын тәбрикләнеләр.

Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Сара Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусыларын: башҡорт, рус һәм туған телдәр уҡытыусыларын, шулай уҡ күп профилле белем биреү ойошмаларында ике телле һәм полилингваль нигеҙҙә предметтар алып барыусы уҡытыусыларҙы тәбрикләүгә арналды.

 Конкурста еңеүселәр араһында  Асҡын 2-се урта һәм Урмияҙ ауылы мәктәптәренең  рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары  Айгөл  Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина менән Айһылыу Рафаил ҡыҙы Нуртдинова ла бар ине.

Тантанала лауреаттарға аҡсалата дәртләндереү тураһында дипломдар тапшырылды.

Уҡытыусыларҙы сираттағы профессиональ уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам, яңы ҡаҙаныштар һәм рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас