Сара башында ҡунаҡтар байрамдың тарихы, туған башҡорт телен өйрәнеүҙең мөһимлеге хаҡында мәғлүмәттәрен яңыртты. Улар башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла ижады менән танышты.
Шиғырҙар конкурсы айырыуса мауыҡтырғыс булды, унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижадын бер-береһенә уҡып ишеттерҙе.
Байҡыбаш ауылынан "Ҡартаймаҫ йөрәктәр" һәм "Зиләйлүк" фольклор ансамблдәре туған телдә йырҙар башҡарҙы.
Шулай уҡ байрамда Лилиә Ғилмуллинаның күргәҙмәһе лә эшләне.
Афариндар, байыҡыбаштар!
Марат Бүләков.