Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь , 06:35

Рәсәй Конституцияһы көнөндә паспортлы булдылар

Асҡын Биләмә-ара  үҙәк китапханаһында тантаналы сара үтте.

Рәсәй Конституцияһы көнөндә паспортлы булдылар
Рәсәй Конституцияһы көнөндә паспортлы булдылар

Уны  Асҡын районы «Беренселәр хәрәкәте»нең урындағы бүлексәһе белгесе Алина Солтанова асты һәм ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы йылы сәләмләне.

Рәсәй Конституцияһы көнөндә Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов  14 йәше тулған үҫмерҙәргә  Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын тапшырҙы һәм балаларға ихлас ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

— Бөгөн һеҙгә бик мөһим документ — Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырыла. Был һеҙҙең тормошоғоҙҙағы мөһим ваҡиға: граждан хоҡуҡтары менән бергә һеҙ үҙегеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ өсөн яуаплылыҡты ла үҙ өҫтөнә алаһығыҙ, илебеҙҙең өлкән һәм тулы тормошона аяҡ баҫаһығыҙ. Мин һеҙҙең һәр ваҡыт иҫтә тотоуығыҙҙы теләйем: һеҙ – рәсәйҙәр, бай тарихы һәм әһәмиәтле бөгөнгөһө булған бөйөк ил граждандары. Ә Киләсәк, Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, һеҙҙән, йәш быуындан тора. Паспортығыҙ ышаныслы визит карточкаһы булһын, уңыш, ышаныс һәм яҡшы үҙгәрештәр килтерһен. Һеҙҙе һәм ата әсәләрегеҙҙе был иҫтәлекле һәм мөһим ваҡиға менән ҡотлайым! — тине Динис Рәдис улы.

Шулай уҡ балаларға Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлексәһенең Миграция хеҙмәте начальнигы, полиция майоры Наил Мөхәмәтғәлиев мөрәжәғәт итте. Ул үҫмерҙәргә ҡыйыулыҡ, яуаплылыҡ һәм гражданлыҡ бурыстарын намыҫлы үтәүҙәрен теләне.

— Паспорт алыу — ул формаллек кенә түгел, ул яңы, оло тормошҡа инеү, унда һеҙҙең һәр ҡарарығыҙ мөһим. Был документты үҙегеҙҙең намыҫығыҙ кеүек һаҡлағыҙ. Бер ҡасан да шәхси мәғлүмәттәрҙе сит кешеләргә тапшырмағыҙ, паспорт фотоларын интернетҡа һалмағыҙ һәм уның мәғлүмәттәрен сит кешеләргә еткермәгеҙ — был мәғлүмәт менән мутлашыусылар файҙалана ала. Һеҙгә уңыштар, аҡыллы булыуығыҙҙы һәм ысын гражданлыҡ яуаплылығы теләйем, - тине Наил Нәжип улы, йәштәрҙе артабанғы үҫешкә һәм Ватанға лайыҡлы хеҙмәт итеүгә илһамландырып.

Сарала шулай уҡ районыбыҙҙың "йәш армиясы"лары һәм паспорт алыусы балаларҙың ата-әсәләре лә ҡатнашты.

Лениза Закирова фотолары.

 

Рәсәй Конституцияһы көнөндә паспортлы булдылар
Рәсәй Конституцияһы көнөндә паспортлы булдылар
Рәсәй Конституцияһы көнөндә паспортлы булдылар
Рәсәй Конституцияһы көнөндә паспортлы булдылар
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас