Балтас район Мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө уңайынан мәртәбәле сара үтте.
Тантаналы рәүештә район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев 14 йәше тулған йәш граждандарға төп документтар тапшырҙы. Рәсәй Конституцияһы көнөндә районда 22 мәктәп уҡыусыһы Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын ҡулына алды.
Шулай уҡ «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте.
Иҫке Балтас ауылының 2-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары «Йәш армия»сылар сафына инеп, уҡытыусылары, дуҫтары алдында Ватанға һәм йәш армиясылар туғанлығына тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көрәшкән батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәйҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданины булырға тантаналы ант бирҙе.
Сара патриотик концерт менән дауам итте.
#Курултай #Ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #БалтачевскийРайон
Тантаналы рәүештә район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев 14 йәше тулған йәш граждандарға төп документтар тапшырҙы. Рәсәй Конституцияһы көнөндә районда 22 мәктәп уҡыусыһы Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын ҡулына алды.
Иҫке Балтас ауылының 2-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары «Йәш армия»сылар сафына инеп, уҡытыусылары, дуҫтары алдында Ватанға һәм йәш армиясылар туғанлығына тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көрәшкән батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәйҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданины булырға тантаналы ант бирҙе.
Сара патриотик концерт менән дауам итте.
#Курултай #Ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #БалтачевскийРайон
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-191231766_2995