Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2025, 10:10

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр

Мишкәнең полилингваль күп профилле 2-се мәктәбе уҡытыусылары Венера Мортазина һәм Лилиә Хәсәнова “Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуҙы тәьмин иткән иң яҡшы уҡытыу-методик комплекттары” конкурсында призлы урындар яуланы.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр

Сара республиканың Мәғарифты үҫтереү институтында үтте.
Конкурс яңы үткәрелә башлауына ҡарамаҫтан, мөһим әһәмиәткә эйә, сөнки ул башҡорт теле уҡытыусыларының, тәрбиәселәрҙең практик эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә төҙөгән алдынғы эштәрен асыҡлауға йүнәлтелгән. Эшләнмәләрҙе төҙөү һәм апробация үткәреү бер-береһенән айырылмай тиергә була был осраҡта. Тәҡдим ителгән материалдар араһында уйын механикаһын ҡулланып төҙөлгән эш дәфтәрҙәрен, күргәҙмә уҡыу комплекттарын, уҡыу грамоталығы буйынса мәсьәләләр йыйынтыҡтарын, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнеү буйынса туған телдә әсбаптарҙы һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин ине. Конкурстың маҡсаты ошондай эштәрҙе асыҡлау һәм уларҙың киләсәк үҫешен яҡлау, тормошҡа ашырылған стандарттарға тура килтереү ине.
“Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Халыҡтың да был йәһәттән һиҙелерлек роль уйнауы һөйөндөрә. Беҙ шундай әүҙем кешеләрҙе, туған телдең үҫешенә битараф булмағандарҙы, башҡорт телендә ихлас һөйләшкәндәрҙе, уны яратҡандарҙы һәм ошо һөйөүҙе башҡаларға ла таратҡандарҙы яҡларға булдыҡ”, — тип әйткәйне үҙенең бер сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
— Районыбыҙҙа республика, төбәк-ара кимәлдә олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары тәрбиәләгән уңышлы уҡытыусыларыбыҙ байтаҡ, — тип һөйләне район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов. — 2023 йылдың 1 сентябренән Мишкәнең 2-се мәктәбе полилингваль булды. Башҡорт теле дәрестәре 1-се кластан 10-сы класҡа тиклем алып барыла. Шуныһы ҡыуаныслы, балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән телде өйрәнә. Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең дә эшен билдәләп үтке килә. Улар даими рәүештә мәктәптәргә килеп тематик осрашыуҙар үткәрә. Уҡыусылар бындай сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлауҙа төрлө конкурстар ҙур роль уйнай. Атап әйткәндә, “Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуҙы тәьмин иткән иң яҡшы уҡытыу-методик комплекттары” конкурсы. Унда үҙҙәренең инновацион эшләнмәләрен Мишкәнең полилингваль күп профилле 2-се мәктәбе уҡытыусылары Венера Мортазина һәм Лилиә Хәсәнова тәҡдим итте. “Айбулатта ҡунаҡта” уҡытыу-методик комплекты (авторҙары В. Мортазина, Л. Хәсәнова) — 1-се урын, “ПолиМодыш” полилингваль уйыны (авторы В. Мортазина) 2-се урынға лайыҡ булды.
Мәғариф министрлығы вәкилдәре билдәләүенсә, эшләп килгән авторҙарҙы, авторҙар коллективтарын үҫтереү һәм яңыларын асыҡлау, уларҙың төбәк һәм федераль проекттарҙа ҡатнашыуын, федераль структуралар үткәргән алдынғы курстарҙа белемдәрен үҫтереүҙе тәьмин итеү, материалдарҙы камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш — быларҙың барыһы ла уҡытыу-методик әсбаптарҙың киләсәктә әһәмиәтен арттырыу һәм уларҙы төҙөү системаһын үҫтереү өсөн кәрәк шарттар.
Фекер...
Лилиә Хәсәнова, Мишкә полилингваль күп профилле 2-се мәктәбе уҡытыусыһы:
— “Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуҙы тәьмин иткән иң яҡшы уҡытыу-методик комплекттары” конкурсында ҡатнашыу бик файҙалы булды. Мин күп яңы тәжрибә алдым. Ошондай конкурстар туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, үҙ эшенә ижади ҡараған уҡытыусыларға ярҙам итеү өсөн бик кәрәк.
Туған телгә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларыбыҙҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған хеҙмәттәрендә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ. Дәрескә ҡыҙыҡһыныу, туған телгә һөйөү, телде һаҡларға тырышыу нәҡ ошондай тырыш, үҙ һөнәренә бар күңел йылыһын һалған уҡытыусыларҙан башлана бит.

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас