Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ете йәштән алып 18 йәшкә тиклем 120-нән ашыу ғариза ҡабул ителде. Бөрө районы һәм ҡалаһы мәктәптәренән тыш Нефтекама ҡалаһынан, Илеш, Благовар, Дыуан райондарынан балалар ҡатнашты.
“Сауҙагәрҙәр һандығы”на нимәләр генә тупланмаған! Төрлө материалдан эшләнгән автор ҡурсаҡтары һәм уйынсыҡтары, тауарға, быялаға һәм ағасҡа төшөрөлгән һәм ағасҡа ҡырып яһалған һүрәттәр, панно һәм картиналар, ағас һауыт-һабалар, коллеграфик хәрефтәр айырым иғтибарҙы йәлеп итте. Керамиканан эшләнгән тормош-көнкүреш һәм декоратив әйберҙәр, металға сүкелгән биҙәктәр, балсыҡтан һәм пластелиндан әүәләнгән сувенирҙар, ептәрҙән һәм таҫмаларҙан яһалған сәскәләр, сыбыҡтан үрелгән кәрзиндәр, балаларҙың үҙ ҡулдары менән теккән төрлө милли костюмдары, ҡорама эштәре, сәйләндән һәм мәрйендәрҙән теҙелгән биҙәүестәр, сигелгән, туҡылған миниатюралар, күн сумкалар һәм янсыҡтар биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең әүҙем үҫеүен күрһәтте. Уларҙың һәр береһенән зауыҡлыҡ, нәфислек, оҫталыҡ сағыла.
Һөҙөмтәлә Бөрө ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Никита Фәтхинуров “Роза” художестволы сүкеү эше менән Гран-приға лайыҡ булды. Халыҡ кәсептәрен пропагандалау һәм киң йәйелдереү маҡсатында уҡыусыларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Һәр өҫтәлдә уҡыусылар йәне теләгән ҡул эшендә үҙҙәренең таһыллыҡтарын һынап ҡараны.
Конкурс-фестивалгә өлкәндәр һәм студенттар ҙа ҡушылды. Улар конкурсҡа 60-ҡа яҡын эш тәҡдим итте.
Мәҙәниәт йортона инеү менән Бөрө оҫталарының һәм эшҡыуарҙарының продукциялары күҙгә ташлана. Ирина Вәлиева ҡаҡтарҙы төрлө емеш-еләктән ҡоя. Балаларҙы мәктәпкә, түңәрәктәргә йөрөткән арала үҙенең яратҡан шөғөлөнә ваҡыт табырға тырыша. Вера Ғабдуллинаның зефир һәм перәниктәре лә күңел йылыһы ҡушып бешерелгән. Сувенир тәм-томдарға тотош эстетик зауыҡ һалынған. Татьяна Тажетдинованың сәс биҙәүестәре, бантиктары һәм кокошниктары һәр образға айырым сағыулыҡ өҫтәй.
Шулай уҡ оҫталар үҙҙәренең белеме менән уртаҡлашты. Рәзилә Ғәрифуллина ҡул станогында балаҫ һуғыу, Әлмира Ғарипова йөн иләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтһә, Лена Хаҡова шәжәрә төҙөү серҙәрен асты.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарҙың эштәре айырым баһалауға лайыҡ. Әлшәй районы Раевка ҡасабаһынан Любовь һәм Вячеслав Михайдаровтарҙың ысын таштарҙан һәм башҡа материалдарҙан эшләнгән ювелир биҙәүестәре әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Улар эргәһенән зауыҡ яратыусы ханымдар өҙөлмәй. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион биҙәүестәре лә иғтибарҙы тарта. Түшелдерек, ҡаптырма, сулпы, һырға, беләҙек кеүек әйберҙәр халыҡсан, шул уҡ ваҡытта заманса стилдә төрлө технологиялар ҡулланып башҡарылған.
Дыуан районынан килгән Елена Цепилованың ҡурсаҡ-шкатулкаларына тотош мәғәнә һалынған. Әкиәт геройҙарының һәр береһе көләс, шат, алсаҡ, күңелсәк. Улар араһында башҡорт, татар, рус халыҡтарының милли һыҙаттары сағылғандары бар. Ҡурсаҡтарға күлдәктәрҙе лә Елена Геннадьевна үҙе теккән. Бында ла материалдың сифатлы һәм зауыҡлы булыуы күҙ уңында тотола. Мишкә районынан килгән Эльвира һәм Дим Ғәлимовтарҙың ағастан эшләнгән һауыт-һабалары, шахмат фигуралары, матрешкалары әллә ҡайҙан күҙгә салына. Талантлы ғаиләнең маҡсаттары, ынтылыштары бер. Дим Финат улының ағасҡа ҡырып яһалған “Һуңғы уңыш” картинаһы, “Иртәнге урман” фигуралары, “Иртән балыҡ ҡармаҡлау” скульптураһы иғтибарға лайыҡ. Һуңғыһы икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ғөмүмән, ул эшләгән һауыт-һабалар, шахматтар, баҫҡыстар республикала ҙур һорау менән файҙаланыла. Ә бына 3-сө “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы педагогы Эльвира Мәкәрим ҡыҙының “Башҡорт һылыуҡайы” ҡурсағы Гран-при яуланы.
Үҙҙәренән ихласлыҡ, тормошто яратыусанлыҡ кеүек сифаттар бөркөлөп торған Людмила һәм Анатолий Хахалкиндар эргәһенән дә тыныс ҡына үтеп булмай. Ағас эше оҫтаһы Анатолий Ильич ултырғыс, эскәмйә, өҫтәл, аш-һыуҙа ҡулланыу өсөн таҡталарҙы үҙ ҡулдары менән эшләй, ә һөйөклө ҡатыны Людмила Петровна уларға төҫлө бумалалары менән йән өрә. Дөйөм алғанда, быуындан-быуынға тапшырыла килгән биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең киң ҡолас ала барыуына тамаша ҡылдыҡ был көндө.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.