Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь , 16:05

Башҡорт теле — туған теле

Бөгөн  Асҡын 2-се урта мәктәбендә Башҡорт теле көнө айҡанлы  бай йөкмәткеле саралар уҙҙы.

Башҡорт теле — туған теле
Башҡорт теле — туған теле

"Тәүге дәрестәрҙә уҡыусылар Мәғариф министрлығы тарафынан әҙерләнгән "Туған тел донъяһы" платформаһында берҙәм видеодәрестә әүҙем ҡатнашты.  Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы - башҡорт теленең боронғо тел булыуын иҫбатлаусы  "Урал батыр" эпосы буйынса белемдәрен арттырҙылар. Шулай уҡ тел тураһында мәҡәлдәр, шиғырҙар уҡынылар, йырҙар йырланылар. Дәрескә һәм тәнәфескә саҡырып, бөгөн мәктәбебеҙҙә башҡорт көйҙәре, ҡурай моңдары яңғырап торҙо.

Шулай уҡ 1-се класс уҡыусылары  мәктәп китапханаһында ҡунаҡта булды. Китапханасы Ғәләүетдинова Эльвира Мөбәрәкйән ҡыҙы беренселәрҙе башҡортса китаптар һәм журналдар менән таныштырҙы. Ул туған телде яратырға, туған телдә аралашырға саҡырҙы", — тип хәбәр итте Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзифә Исмәғзам ҡыҙы Сәйәхинурова.

 

Башҡорт теле — туған теле
Башҡорт теле — туған теле
Башҡорт теле — туған теле
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас