Сараға Алия Аснаф ҡыҙы Әмирова етәкселегендә Асҡын 1-се урта мәктәбенең 5-се А класс уҡыусылары килде. Телһөйәрҙәр йыйылған байрамда ағинәйҙәрҙең ҡатнашыуы ла осраҡлы түгел, сөнки нәҡ улар туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы йәш быуынға өйрәтеүҙә ҙур өлөш индерә.
Сараны әҙерләп алып барыусы Фәридә Сәлихова барыһын да Башҡорт теле көнө менән ҡотлап, был көндөң тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Ул туған телебеҙҙә һөйләшергә, уны һаҡларға, кескәйҙәргә өйрәтергә, туған телебеҙҙә гәзит-журналдар, китаптар уҡырға саҡырҙы.
Фәридә Фәйзелғаян ҡыҙы уҡыусылар менән бергәләп туған тел тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Ағинәйҙәр иһә мәҡәлде тамамлап әйтеп ҡуйырға ярҙам итте.
Башҡорт теле тураһында шағирҙарыбыҙ яҙған шиғырҙарҙы ла сиратлап уҡып ишеттерҙеләр.
Сараға ағинәйҙәр ҙә буш ҡул менән килмәгәйне. Әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы Насретдинова бишек йырын йырлап ишеттерҙе. Балалар ҙа аптырап ҡалманы, әсәләре үҙҙәренә ниндәй йырҙар йырлағанын көйләп күрһәтте.
Артабан бергәләп “Йөҙөк һалыш” уйынын да уйнанылар.
Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы менән Закира Хатмулла ҡыҙы уҡыусыларға үҙҙәренең өҫтөндәге милли кейемдәр менән дә таныштырып китте.
Фәридә Сәлихова үҙ телебеҙҙе һаҡлап, яҡлап ҡалыу өсөн республикабыҙҙа бик күп саралар үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Районыбыҙ китапханаһында ла был эшкә әүҙем ҡатнашып, ҡыҫҡа метражлы “Васыят” тигән бик фәһемле, бөгөн көнүҙәк булған фильм төшөрәләр. Бергәләп ошо фильмды ҡарағас, тамашасылар менән уның йөкмәткеһе буйынса фекер алыштылар. Төп герой – өләсәй ейән-ейәнсәренең башҡортса аңламағанына, үҙенең ҡыҙы — ейәндәрҙең әсәһе балаларына туған телде өйрәтмәүенә борсола. Туған телде иң ҙур байлыҡ булараҡ, һаҡларға, уны өйрәнергә ҡушып, васыят итеп яҙып ҡалдыра. Ейәндәргә өләсәйҙең шундай матур, наҙлы итеп башҡортса һөйләшеүе бик оҡшай һәм улар телде өйрәнергә дәртләнеп китә.
Сара бергәләп Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов ижад иткән "Башҡорт телендә һөйләшәм" тигән йырҙы бергәләп башҡарыу менән тамамланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.
Тарихы
Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә. Үҙ туған телен, ата-әсәләрен, олатайҙарын, йүндәрен өйрәнеү һәр кеше өсөн мотлаҡ. Беренсенән, был кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.
Был көндә Башҡортостанда һәм ситтә төрлө саралар: онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә, киләһе йылға гранттар иғлан ителә. Сарала республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары ҡатнаша.
Наилә Имаева.