Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2025, 19:05
1

Владимир Путин Илдар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирҙе

Рәсәй президенты Владимир Путин ошо турала указға ҡул ҡуйған.

Владимир Путин Илдар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирҙе
Владимир Путин Илдар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирҙе

Күренекле опера йырсыһы, Башҡортостан егете Илдар Абдразаҡовҡа илебеҙҙең музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәсәй президенты Владимир Путин ошо турала указға ҡул ҡуйған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Әмир улы – Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың Һәм Татарстандың халыҡ артисы.

«Башинформ» агентлығы яратҡан артисыбыҙҙы абруйлы награда алыуы менән ҡотлай һәм артабан да ижади уңыштар теләй!

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-12-10/vladimir-putin-prisvoil-ildaru-abdrazakovu-zvanie-narodnogo-artista-rossii-4501619

Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас