

“Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Беҙҙең бурыс — ошо байлыҡты йәш быуынға тапшырыу. Балаларҙы телһөйәр, илһөйәр, рухлы итеп тәрбиәләү. Нәҡ ошо маҡсатта беҙ бөгөн “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһына кескәйҙәр менән осрашыуға барҙыҡ. Башҡорт теле көнө уңайынан тәрбиәселәр менән бергә бик матур, күңелле һәм фәһемле сара үткәрҙек. Балалар беҙгә туған телдә йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп күрһәтте. Беҙ улар менән халҡыбыҙ уйындарын уйнаныҡ. Балалар ҙур теләк менән «Йәшерәм яулыҡ” , “Тирмә “ , “ Түбәтәй“ уйындары менән танышты, фәһемле әңгәмәлә ҡатнашты. Ағинәйҙәр тел, белем, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр әйтеп, уларҙа ниндәй тәрән мәғәнә ятҡанын аңлатты. Бөгөнгө осрашыу кескәйҙәрҙә башҡорт теленә булған иғтибар һәм хөрмәтте тағы ла нығытыр, тигән ышаныстабыҙ. Шундай йәмле, йәнле байрам килеп сыҡты”, — тип хәбәр итте Ҡубияҙ ағинәйҙәре ойошмаһы ағзаһы, ауылдың китапханасыһы Гөлүзә Закирова.
Афарин, ағинәйҙәр! Артабан да шулай телһөйәр, илһөйәр булып, туған телебеҙҙе үҫтереүгә, йәш быуында туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм иғтибар, ихтирам уятып йәшәгеҙ!
Яҡынлашып килеүсе Башҡорт теле көнө менән, милләттәштәр!
Наилә Имаева.