Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Декабрь 2025, 09:10

Милләттең киләсәге – халыҡ ҡулында

 Ҡариҙел районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  30 йыллығына арналған мәртәбәле сара үтте.

Милләттең киләсәге – халыҡ ҡулындаМилләттең киләсәге – халыҡ ҡулында
Милләттең киләсәге – халыҡ ҡулында

 Тарихтан билдәле булыуынса, 1995 йылдың июнендә Өфөлә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының I съезы үтә. Ошо датанан башлап бөгөнгө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәрәкәтенең йылъяҙмаһы башлана. Был өс тиҫтә йыл республикабыҙ һәм Ҡариҙел районы өсөн туған телде, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һәм башҡа матди һәм рухи байлыҡты һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Йыйынға халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмаған, үҙенең хеҙмәте менән уның үҫешенә өлөш индергән әүҙем замандаштарыбыҙ йыйылды.

Сараны асыу тантанаһы башҡорт халҡының «Урал» көйө менән башланды.

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин районда халыҡтың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программаларҙың уңышлы ойошторолоуы, ауылдарыбыҙҙа йәшәгән халыҡтың милли йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә булышлыҡ итеүен билдәләне. Ул башҡорт халыҡының милли мәҙәниәтен байытыуға, телен үҫтереүгә һәм рухын нығытыуға лайыҡлы өлөш индереүселәргә район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Сарала Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфис Исмәғилов һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.

Тантаналы йыйылыш район башҡарма комитеты ултырышы менән тамамланды.

Марат Бүләков.

Милләттең киләсәге – халыҡ ҡулында
Милләттең киләсәге – халыҡ ҡулында
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас