Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
11 Декабря 2025, 06:55

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына — 30 йыл

Туған телде, мәҙәни мираҫты һаҡлау өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып ҡала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына — 30 йылБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына — 30 йыл
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына — 30 йыл

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы 1996 йылда ойошторола. 20 мартта башҡарма комитеттың  беренсе ултырышы үтә.

 Башҡарма комитет рәйестәре:

  1. Таһиров Рим Әмир улы (1996-2000).
  2. Зиннәтуллин Ансар Мөтиғулла улы (2000-2001)
  3. Карамов Фиғәт Фоат улы (2001-2007).
  4. Фәтхуллин Фоат Нурулла улы (2007-2019).
  5. Юнысова Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы (2019-2024).
  6. Ҡәҙимов Ирек Альбирт улы — 2024 йылдың майынан.

Район башҡорттары  ҡоролтайының даими эшләгән башҡарма комитеты ойошторолғас, башҡорт халҡының тарихи үткәнен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен өйрәнеү, нығытыу һәм үҫтереү; халыҡ араһында халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡаҙаныштарын, бай әҙәбиәтен пропагандалау; район мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын яҡшыртыу; китапханалар фондын башҡорт әҙәбиәте менән тулыландырыу; белем усаҡтарында яҡташыбыҙ, ғалим, яҙыусы, филология фәндәре докторы Кирәй Мәргәндең тарихи мираҫын өйрәнеү  буйынса ҙур эш йәйелдерелә.

Ҡоролтай районда эшләп килеүсе  ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар  советы, һуңыраҡ “Ағинәйҙәр ҡоро”  ойошмаһы, йәштәр хәрәкәте менән берлектә  урында үткән барлыҡ сараларҙы ойоштороу һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашып, киң даирәле эшмәкәрлек алып бара. Йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү, уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, милли спорт төрҙәрен, бигерәк тә көрәште үҫтереүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. Был йүнәлештә Асҡын районы ҙур уңыштарға  иреште.

Башҡорттарҙың һәм республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеүҙе, башҡорт телен һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыуҙы, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп алған ойошма ошо йылдар эсендә халҡыбыҙ мәнфәғәтендә бихисап матур эштәр башҡарҙы һәм башҡара килә.

Мәҫәлән, 2002 йылда Асҡын районында төньяҡ райондар араһында беренселәрҙән булып башҡорт телендә “Йәнтөйәк” район гәзите сыға башланы. Был ваҡиға район башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһы ҡабул иткән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашырылыуына сағыу миҫал булып тора. “Йәнтөйәк” гәзите хеҙмәткәрҙәре бер нисә йыл дауамында Пермь крайында йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт телендә “Пермь башҡорттары” гәзитен сығарыуҙа ҙур өлөш индерҙе.
Район башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында тыуған яҡ тарихын, уның ер-һыу атамаларын өйрәнеү, күренекле шәхестәрен барлау, үҙ ерлегебеҙгә хас йола байрамдарын ойоштороп үткәреү, Балыҡсы, Ҡыр-Танып, Унлар, Ғәйнә ырыуҙары башҡорттары кейемен һәм биҙәүестәрен, фольклорын өйрәнеү һәм тергеҙеү буйынса иҫ киткес ҙур эш башҡарыла. “Башҡорт йолалары вариҫтары” республика халыҡ ижады фестивален нәҡ беҙҙең районда үткәреү быға асыҡ миҫал булып тора.
Күренекле яҡташыбыҙ, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиев ярҙамы менән шәжәрә төҙөү эшенә йән өрҙө урындағы ҡоролтай ағзалары. Асҡындар нәҫел ептәрен өйрәнеп, тәрән тамырлы шәжәрәләр төҙөп, матур итеп шәжәрә байрамдары үткәрә. Хәҙер балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр ҙә үҙенең нәҫел тамырҙарын белә. 2020 йылда республика кимәлендә Шәжәрә байрамы ла нәҡ Асҡын районында шаулап-гөрләп үтте. Райондаштарыбыҙ шәжәрә төҙөү буйынса республика конкурсында ла призлы урындар алды.
Башҡорт тарихы йылында Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы һәм әүҙем ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә республикала беренсе булып тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевҡа уның тыуған ауылы Солтанбәктә таҡтаташ асылды. Был сараға республикабыҙҙың билдәле тарихсылары, ғалимдары, журналистары килгәйне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тормошҡа ашырған “Башҡорт ырыуҙары” проекты сиктәрендә Балыҡсы ырыуы вәкилдәре ҙур ҡор йыйып, республикала беренселәрҙән булып Балыҡсы ырыуының гимнын һәм гербын булдырҙы.
“Башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында ла урындағы ҡоролтай ағзалары ярҙамында асҡындар һәр йылды призлы урындар алып килә.
Сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалаусы “Айыҡ ауыл” республика конкурсы ла район башҡорттары ҡоролтайы ағзаларының әүҙем ҡатнашыуы һәм ҙур ярҙамы менән ойошторолоп килә. Был мәртәбәле конкурстың республика этабында асҡындар һәр саҡ алдынғылар рәтендә: 2019 йылда — Ҡарткиҫәк ауылы 3-сө урын, 2021 йылда — Солтанбәк ауылы 2-се урын, 2023 йылда — Төлгөҙбаш ауылы — 1-се урын, 2024 йылда Әмир ауылы 1-се урын яуланы.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә лә урындағы ҡоролтай ағзалары әүҙем ҡатнаша. Райондаштарыбыҙ менән бергә гуманитар ярҙам йыя, хәйриә концерттары ойоштора, яуҙа һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙә ярҙам итә.
Шулай итеп...
Туған телебеҙҙе һаҡлау, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү, халҡыбыҙ араһында сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалау, милли спорт төрҙәрен үҫтереү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарған эштәрҙе һанап бөтөрөү мөмкин дә түгел. Киләсәктә лә ул ошо изге маҡсаттарға арымай-талмай хеҙмәт итһен.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас