

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») Асҡын ауылы дауаханаһына ике заманса операция өҫтәле килде. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Яңы ҡорамал операция ваҡытында пациенттың уңайлы һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итә, шулай уҡ хирургка кәрәкле манипуляцияларҙы һөҙөмтәле үтәргә мөмкинлек бирә. Операция өҫтәлдәренең бейеклеген һәм ауышлыҡ мөйөштәрен көйләргә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан милли проект буйынса Башҡортостандың Учалы үҙәк район дауаханаһына мультисенсорлы реабилитация тренажеры килде. Уны мейе ҡан әйләнеше боҙолған ауырыуҙарҙа һәм инсульттан һуң аяҡ хәрәкәтсәнлеге зарарланған пациенттарҙа координациялауҙы тергеҙеү өсөн ҡулланалар.
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты - граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.