Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
10 Декабрь 2025, 04:00

Улар — районыбыҙ ғорурлығы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында 2025 йылда “Йылдың иң яҡшы табибы” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Был исемлектә балтастар ҙа бар ине. Конкурс һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң әһәмиәтлеләрҙән һанала. Ул медицинала үҙ һөнәренең оҫталарын асыҡларға мөмкинлек бирә.

Улар — районыбыҙ ғорурлығыУлар — районыбыҙ ғорурлығы
Улар — районыбыҙ ғорурлығы

Тантана Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың видеосәләмләүе менән башланды. Артабан ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуҡов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Салауат Харрасов, шулай уҡ Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының башҡа вәкилдәре сығыш яһаны.

Мәртәбәле ҡунаҡтар конкурстың федераль һәм республика этаптарында еңеп сыҡҡан төрлө йүнәлештәге иң яҡшы табиптарҙы ҡотланы һәм ихлас теләктәрен еткерҙе. Барлығы 83 табип тәбрикләнде. Сара матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Иң ҡыуаныслыһы еңеүселәр араһында балтастар ҙа бар ине. “Иң яҡшы участка табип-педиатры” номинацияһында Резеда Саҙретдинова еңеүсе булды. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте һәм бәләкәй пациенттарҙы ихлас ҡайғыртыуы юғары баһа алды.”Иң яҡшы ауыл табибы” номинацияһында гөлнара Хәсәнова еңеүсе булараҡ билдәләнде. Был уның үҙ эшен яратыуын һәм ауыл халҡы һаулығына баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүен күрһәтә.

  • Был — беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәренең юғари оҫталығын, күп йыллыҡ хеҙмәтен һәм эшкә тоғролоғон лайыҡлы таныу. Улар — районыбыҙ ғорурлығы, — тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.

Конкурс еңеүселәре араһында хеҙмәттәштәре булыуы менән айырыуса ғорурланыуын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов та билдәләп үтте.

  • Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, республика етәкселегенә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күрһәтелгән ҙур иғтибары һәм ҡайғыртыуы өсөн сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Шундай юғары дәрәжәләге конкурстар ойоштороп, табиптарҙың күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтен күреү, лайыҡлы табиптарҙы айырыу һәм бүләкләү — тармаҡ өсөн бик мөһим. Был еңеүҙәр алда ла уңыштар өсөн ҙур этәргес булып тора, — тине Салауат Фаат улы.

“Йылдың иң яҡшы табибы” конкурсы медицина хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәтенә юғары баһа биреү генә түгел, ә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы үрҙәргә ынтылырға этәргес бирә. Балтас районы табиптарының юғары дәрәжәләге бүләктәргә эйә булыуы — район халҡының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенә булған ышанысын арттырыусы көслө дәлил. Тәбрикләнгән табиптарға һәм республиканың барлыҡ изге һөнәр эйәләренә эштәрендә, тормоштарында яңынан-яңы уңыштар насип булһын.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас