Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
10 Декабрь 2025, 04:00

"Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман".

Асҡын 1-се урта мәктәбендә  "Геройҙар тарихы" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә "Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман" тигән  сара үтә.

"Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман"."Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман".
"Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман".

Ватан ҡаһармандары көнөнә арналған сарала  абруйлы ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Динис Йосопов,  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре, район мәғариф бүлеге методисы Гөлмирә Рәжәпова, мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Осрашыу барышында махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙың  ата-әсәләренә иҫтәлекле альбомдар тапшырылды. Был хәтер альбомдарын уҡытыусылар мәғлүмәт туплап, бай йөкмәткеле итеп эшләй.

Уҡыусылар, үҙ сиратында, һәр альбомдың презентацияһын әҙерләй. Илһөйәрлек менән һуғарылған концерт номерҙары сараға тағы ла йән өрә.

Мәктәп коллективы әҙерләгән тәрән йөкмәткеле патриотик сара барыһының да күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар һәм батырҙарыбыҙ менән ғорурлыҡ  хисәтре уята.

Наилә Имаева.

 

 

"Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман".
"Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман".
"Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман".
"Ил батырҙары: тарих һәм хәҙерге заман".
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас