«Башҡортостан өсөн был тема айырыуса яҡын. Республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙ бай күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең, ҡаҙаныштарыбыҙҙың таянысы булған берҙәмлекте ҡәҙерләйбеҙ. Киләһе йылда Башҡортостан өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Республика хөкүмәтенә ошо мөһим форумды яҡшы итеп ойоштороу һәм үткәреү бурысы йөкмәтәм», – тип билдәләне Радий Хәбиров Мәҙәниәтте үҫтереү буйынса совет ултырышында.