

Ҡараяр ауылына килеп етеп, йылға буйҙарына, тәбиғәттең матурлығына яр буйында һоҡланып ҡарап торған саҡта, бер ир йыраҡтан мине танып, яныма яҡыныраҡ килде лә: «Улым да ошо йылғаның сигенә күҙ ташлап, тәбиғәт менән һөйләшкәндәй, оҙак ҡарап торор ине. Ана, йылға буйындағы ағастарҙы ла беҙ Илгиз менән бергә ултырттыҡ. Һаумыһығыҙ, мин уның атаһы Ильяс булам», — тип ҡулын миңә һуҙҙы. Беҙ өйгә табан атланыҡ.
— Улым Йүрүҙән йылғаһын ныҡ яратты. Йәй көндәре ҡайтмай ҙа торғайны. Балыҡ тоторға тип, ҡармағын алыр ине лә, таң ата башлау менән, йүгереп төшөп китер ине, — тип һөйләшеүебеҙҙе дауам итте Ильяс ағай. — Кәмә менән йылға уртаһына кереп, ҡармағын ырғытып, сәғәттәр буйына ултырыр ине. Иртән ауыл көтөүе киткәнсе балыҡ тотоп ҡайтып та керер ине. Тик ошоларҙы хәҙер иҫкә алып һөйләргә генә ҡалды, — тип ауыр һуланы ул.
Геройыбыҙҙың әсәһе Римма апай беҙҙе өйҙә ҡаршы алды. Улдарының тормошо тураһында фотолары, эленеп ҡуйылған Почет грамоталары, миҙалдары һөйләй ине.
Илгиз Ильяс улы 1986 йылдың 28 авгусында Ҡараяр ауылында тыуған. 2004 йылда, ауылдың урта мәктәбен тамамлағас, Пермь өлкәһенең Чайковский еңел сәнәғәт техникумында белем ала. Хеҙмәт юлын Чайковский ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау органдарында башлай. Ғаилә ҡора. 2009 йылда әрме сафына алына. Гвардия ефрейторы Илгиз Исмәғилев Һауа-десант ғәскәрҙәренең II дәрәжә Кутузов орденлы 31-се айырым гвардия десант-штурм бригадаһында хеҙмәт итеп, Почет грамоталары менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Артабан Себер яҡтарына эшкә китә.
-— Илгиз тирә-яҡтағы бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһына ине, — тип әңгәмәбеҙгә телефон аша ҡушылды Чайковский ҡалаһында йәшәүсе бер туған апаһы. — Ватылған техниканы бер ауырлыҡһыҙ төҙәтеп ҡуйыр ине. Ул һәр саҡ ярҙамсыл булды. Махсус хәрби операцияла ла өйҙән ебәрелгән кейемдәрҙе дуҫтары менән бүлешер ине. Йәштән үк йырларға яратты, гитарала уйнаны. Класташтары менән мәктәп сәхнәһенән төшмәне. Бөтә яҡтан да һәләтле булып үҫте. Ул тормошонда бер кемде лә ҡаҡманы, ауыр һүҙ әйтмәне. Изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булды минең туғаным, — тине апаһы. Алма алмағастан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Илгиз үҙенә батырлыҡ сифаттарын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһы Ғилметдин Ҡотдошов менән Исмәғзәм Исмәғилевтан, артабан атаһынан ала.
Нәҫеленән килгән тәрбиә уны илебеҙҙе һаҡларға өндәй ҙә инде. 2022 йылдың 29 сентябрендә Илгиз Исмәғилев мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға юллана. Хеҙмәт итеү осоронда взвод командиры урынбаҫары кесе сержант Исмәғилев «Сапсан» ҡушаматы менән үҙен ҡыйыу, тәүәккәл яугир итеп күрһәтә. Ул командование ҡуйған бурыстарҙы намыҫлы һәм тулы көсөнә үтәй һәм бер нисә тапҡыр хәрби иптәштәренең ғүмерен ҡотҡара.
Ҡараяр егете бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙамлашып үҫә. Ҡулынан килмәгән эше булмай уның. Илгиз күрше-тирәләренә, ауылдаштарына ла үҙенең ярҙам ҡулын йыш һуҙа. Йәй булһа, бесән йыйышып килтерер, ҡыш булһа, утынын ташып ярыр, малдарын да ҡарашыр, көтөүен дә көтөр була. Үҙе шулай изге күңелле булғанға, ауылдаштары ла яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып һөйләй.
— Илгиз бер ваҡытта ла тик торманы. Мәктәп һәм студент йылдарында ла өйгә ҡайтыр ине лә, ғаиләлә эштәрен эшләп, тиҙ генә дуҫтарына булышырға сығып китер ине. Ата-әсәһе уны хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләне. Бер нимәнән дә ҡурҡа белмәне. Башлағанды еренә еткереп ҡуйыр ине. Бөтә ауылдаштары ла уны ныҡ яратты, хөрмәт итте, — тине уны иҫкә алып, Исмәғилевтарҙың күршеләре Фәнилә Абрарова.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илгиз Ильяс улы үҙенең ғүмерен ошолай тиҙ өҙөлөр тип уйланымы икән? Һуңғы видеоһында ла бит ул: «Атай, әсәй, сәләм! Минең бөтәһе лә яҡшы. Бөгөн тағы ла инеп сығабыҙ ҙа мин тыуған яҡтарыма отпускыға ҡайтам», — тигәнен ата-әсәһе көнөнә бер нисә тапҡыр ҡарап ала.
— Улым һәләк булған, тип әйтә лә алмайбыҙ. Бына ишекте асып килеп керер кеүек беҙҙең яныбыҙға. Ғаиләбеҙҙә берҙән-бер ул ине. Бөтә ышаныс унда ине. Атай, әсәй, мин тыуған яҡтарыма ҡайтып йәшәйәсәкмен. Һеҙгә олоғайған көнөгөҙҙә ярҙам итермен, тип әйтер ине, — тине Римма апай фотоһын ҡосаҡлап.
Илгиз Ильяс улы үҙ бурыстарын өлгөлө үтәгәне, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», «Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия ветеранына», Генерал Шайморатов, Суворов миҙалдары менән бүләкләнә. Яҡташыбыҙ үҙенең һуңғы алышын 2024 йылдың 16 ноябрендә ҡабул итә. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.