Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Декабрь 2025, 16:00

Һин минең терәгем һәм кәңәшсем

Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе  Фәниә Мәүли ҡыҙы Нурлыҡаева бөгөн 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Һин минең терәгем һәм кәңәшсемҺин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем

 Фәниә апам  хеҙмәт юлын Ҡарткиҫәк мәктәбендә лаборант, делопроизводитель, хеҙмәт уҡытыусыһы булып башлай.

Рәйес еҙнәм менән улдары Салауатҡа өс йәштәр тирәһендә  бәхет эҙләп,  Үзбәкстан яҡтарына сығып китәләр. Унда ҡыҙҙары  Лилиә һәм Юлиә тыуа.

Почта хеҙмәткәре булып намыҫлы эшләгәне өсөн Үзбәкстан телевидениеһы аша ла күрһәтәләр, гәзиттәргә лә яҙалар Фәниә апаны.

Бер нисә йылдан улар тыуған ауылға әйләнеп ҡайталар.

Еҙнәм — механизатор, Фәниә апай мәҙәниәт йорто директоры булып хеҙмәт юлдарын дауам итә ауылда. Балалар мәктәптә уҡый. Тик бәхет оҙаҡҡа бармай, еҙнәм тракторында фажиғәле  вафат була. Фәниә апам яңғыҙы өс баланы уҡытып, аяҡҡа  баҫтыра. Мәҙәниәт өлкәһендә намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Апам ғүмере буйы беҙгә, туғандарына һәм ауылдаштарына  тегеү текте. Уның текмәгән әйбере лә ҡалмағандыр... Матур күлдәктәрен ауылдың күп ҡыҙҙары, мин дә шул иҫәптә, яратып кейҙек.

Фәниә Нурлыҡаева  донъяны яратып йәшәне. Йыл һайын 20-шәр ҡаҙ алып үҫтерҙе. Элек-электән урманда еләк-емеш, бәшмәк, муйыл, дарыу үләндәре йыйырға әүәҫ булды.

 Мүк еләге, миләш, балан, алма  — береһе лә ҡалмай...

Күп итеп бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алды, мал аҫраны.

Баҡсаһында үҫтергән эре сортлы ҡурай еләге, ҡарағаттары һәм урмандан йыйған еләктәрен  бәлештәр бешерергә ҡуллана,  балаларына, туғандарына, яҡын дуҫларына ла тарата.

Әүҙем йәмәғәтсе булараҡ, моңло тауышы менән йырлап, ауыл, район тормошонда ла ҡайнап йәшәй.

Ҡәҙерле Фәниә апам!

Һине 70 йәшлек юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Һин минең терәгем, таянысым, йыуатыусым, кәңәшсем. Шатлыҡтарымда ла, ауыр саҡтарымда ла һин янымда.

 Рәхмәт һиңә, апам,  барыһы өсөн дә!

Балаларыңды бына тигән итеп үҫтерҙең, кеше иттең. Бөгөн уларҙың  ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәйһең.

Сәләмәт, бәхетле бул, күңел тыныслығында, шатлыҡтарға төрөнөп йәшә лә йәшә озаҡ йылдар  беҙҙе ҡыуандырып!

Иң изге теләктәр менән һеңлең Фәнирә  Нәбиуллина.

Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Һин минең терәгем һәм кәңәшсем
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас