Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Декабрь 2025, 15:10

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр

Тулыраҡ:

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәрИҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр

"Илһөйәрлек менән һуғарылған сараға Ҡаҙансы ауыл биләмәһенән МХО-ға киткән яугирҙарҙың ҡатындары, ата-әсәләре, туғандары саҡырылғайны.

Сараны тантаналы асҡандан һуң мәктәп директоры Мансур Әлфрис  улы уҡыусыларҙы килгән ҡунаҡтар менән  таныштырып үтте.  Бөгөн махсус хәрби операция зонаһында илебеҙ тыныслығын  яҡлаған ир-егеттәребеҙ тураһында һөйләне.  Килгән ҡунаҡтарға яугир ауылдаштарыбыҙ тураһында төҙөлгән альбомдар бүләк итте.

Сараны дауам итеп,  уҡытыусылар Римма Хафиз ҡыҙы  Нуриәхмәтова  һәм Регина Фларит ҡыҙы Нуретдинова Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан геройҙарыбыҙ, локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан егеттәребеҙ һәм бөгөн ил һаҡлап, яу ҡырҙарында йөрөгән ир-егеттәребеҙ тураһында бай мәғлүмәт еткерҙе.

Артабан уҡыусылар илһөйәрлек менән һуғарылған концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Улар  тағы ла бер ҡабат патриотик тәрбиәнең мәктәптә юғары кимәлдә алып барылыуын күрһәтте.

Мәктәптә күп йылдар дауамында Альмиира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова етәкселегендә  уңышлы эшләп килгән драма түңәрәге ағзалары белорусс яҙыусыһы  Борис Гангоның әҫәре буйынса әҙерләнгән “Һин көтә белдең” спектаклен сәхнәләштерҙе. Йәш артистарҙың үҙ ролдәрен шундай оҫта итеп уйнауҙарына таң ҡалып ултырҙыҡ. Афарин, уҡыусылар!

Сара һуңында  яу ҡырҙарында батырҙарса һәләк булған ауылдаштарыбыҙҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдыҡ.

Ҡунаҡтар менән аралашыу сәй табыны артында дауам итте.

Мансур Әлфрис улы килгән ҡунаҡтарға рәхмәт еткерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары ла, үҙ сиратында, рәхмәт әйтте.

Сараның икенсе өлөшө Еңеү паркында дауам итте. Барыбыҙ ҙа бергәләп яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға сәскәләр һалып, уларҙы иҫкә алдыҡ.

Барыбыҙҙың да теләге бер: илебеҙ тыныс булып,  яугирҙарыбыҙ Еңеү менән иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын!” — тип һөйләне Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханасыһы Гөлфинә апай Исламова.

Наилә Имаева.

 

 

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә Ватан ҡаһармандары көнөн билдәләйҙәр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас