Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Декабрь 2025, 07:25

Асҡында «Изге подписка» изгелек өләшеүен дауам итә

Бөгөн район хакимиәте башлығы Динис Йосопов  етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә “Изге подписка” хәйриә акцияһы сиктәрендә етәкселәр  район гәзиттәренә яҙылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бүләк  итте. #ДобраяПодписка

Асҡында «Изге подписка»  изгелек өләшеүен дауам итәАсҡында «Изге подписка»  изгелек өләшеүен дауам итә
Асҡында «Изге подписка» изгелек өләшеүен дауам итә

Кәңәшмәлә  “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлегенә ҡарата булған һорауҙар буйынса  Бөрө почтамты етәксеһе   Юрий Сафонов,  республикабыҙҙа  һәм районыбыҙҙа матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу һәм таратыу  мәсьәләләре буйынса  "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йортоноң генераль директоры урынбаҫары  Рәсүл Сәфәрғәлиев,  нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат баҫмаларын таратыу бүлеге мөдире Айнар Байбулатов һәм Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова сығыш яһап, көнүҙәк мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе, ошо юҫыҡта эш йүнәлештәре тураһында һөйләне.

Артабан "Изге подписка" акцияһы сиктәрендә  район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары Анатолий Щербинин (Аскинская новь), район хакимиәте башлығы  урынбаҫары,  ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмаз Исхаҡов (Ышаныч), район Советы секретары Рима Нәбиуллина (Йәнтөйәк),  Бөрө ҡалаһында “Газпром газ бүлеү Өфө"  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  Асҡын комплекслы хеҙмәте начальнигы  Владимир Белоногов (Аскинская новь), «Урмансылыҡтар идаралығы» дәүләт бюджет ҡаҙна учреждениеһының  Асҡын урмансылығы буйынса етәксеһе Марсель Ғабдрахманов (Аскинская новь),  Урмияҙ һәм Петропавловка ауыл биләмәләре башлыҡтары Илшат Ирғәлин (Аскинская новь) менән Альбирт Ҡәҙимов (Ышаныч),  үҙәк район дауаханаһы баш табибы  Илдар Шакиров (Аскинская новь), Ҡариҙел Юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Асҡын районындағы участкаһы начальнигы Илназ Ғәлләмов (Ышаныч), Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Шәймәрҙанов (Аскинская новь)  район гәзиттәренә  яҙылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәм ата-әсәләренә бүләк итте.

“Изге подписка” акцияһына ҡушылыусы етәкселәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм барлыҡ изге күңелле яҡташтарыбыҙҙы ошо изге акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 декабргә тиклем район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк бара. Кемдәр өлгөрмәгән яҙылып, ашығығыҙ!

Наилә Имаева. 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас