Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Декабрь 2025, 05:20

Ҡыйыу яугир йәнтөйәген онотмай

МХО-ла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә тыуған ауылы — Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында булып китте. Оҙаҡ ваҡытҡа ҡайтыу мөмкинлеге булмаһа ла, ялы ғаиләһе, ауылдаштары һәм үҙе уҡып сыҡҡан  мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарға бай булды.

Ҡыйыу яугир йәнтөйәген онотмайҠыйыу яугир йәнтөйәген онотмай
Ҡыйыу яугир йәнтөйәген онотмай

“Витамин” позывнойлы яугир ҙур татыу ғаиләлә өс малайҙың уртансыһы булып буй еткерә. Ата-әсәһе балаларын хеҙмәт һөйөүсән итеп үҫтерә. Иҫке Ҡаҙансы мәктәбен тамамлағас, Бөрө дәүләт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә. Йәш белгес хеҙмәт юлын башта Нефтекама ҡалаһында милицияла ведомствонан тыш һаҡта башлай, артабан бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектә хеҙмәт һала. Эске эштәр министрлығы өлкәһендәге стажы— 20 йыл. 2019 йылда полиция капитаны званиеһында хәрби хеҙмәтен тамамлай. Унан үҙ эшен аса, сауҙа өлкәһендә хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләй.

2025 йылдың майында, Пилотһыҙ системалар ғәскәренә яугирҙар йыйыу тураһында ишеткәс, хәрби хеҙмәткә барырға ҡарар ҡабул итә. Күнекмәләр үткәндән һуң уны пилотһыҙ осоу аппараты операторы итеп тәғәйенләйҙәр. Званиеһы — рядовой, “Витамин” (латин телендә “вита” — тормош була) тигән позывной ала.

Сентябрҙә, Покровскиҙан йыраҡ түгел, яралана һәм Екатеринбург хәрби госпиталендә дауалана. Реабилитация курстары араһында ул өйөнә Нефтекамаға — тормош иптәше, ҡыҙҙары янына, ғаиләһе менән бергәләп тыуған ауылына ата-әсәһе янына ҡайталар. Яугир мәктәп уҡыусылары менән дә осраша.

Оҙаҡламай “Витамин” яңынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Оҙон һөнәри юл үтеп, үҙенең йәшәү принциптарына тоғро ҡалған һәм йәнтөйәге менән бәйләнеште өҙмәгән яугирҙың тормошо  күптәргә өлгө булып тора.

Алия Ғилуанова.

Ҡыйыу яугир йәнтөйәген онотмай
Ҡыйыу яугир йәнтөйәген онотмай
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас