

Смотр-конкурста барлығы 25 мәҙәниәт усағынан 176 кеше ҡатнашты. Ауыл мәҙәниәт йорттары театр коллективтары араһында “Сандалык” (Сурай) — 1-се, “Калейдоскоп” (Кесе Нәкәрәк) һәм “Аманат” (Оло Шаҙы) — 2-се, “У вий” (Сыбыҡ) һәм “Орвуй” (Ҡайраҡ) 3-сө урын яуланы. Ауыл клубтары араһында “Дуҫлыҡ” (Татарбай) һәм “Ший онгыр” (Иҫке Ҡолсобай) — 1-се, “Самауыр” (Яңы Троицк) — 2-се, “Фантазия” (Илек) һәм “Эр ужара” Ишем) коллективтары 3-сө урынға сыҡты. “Иң яҡшы сәхнә костюмы” номинацияһында — ҡарғалар, “МХО темаһын асыуҙа” ирсайҙар һәм баймурҙалар еңде. Шулай уҡ икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ, иң яҡшы ир кеше ролен башҡарыусылар бүләкләнде. Сағыу кейемдәр, декорациялар, музыкаль оҙатыу, артистарҙың яҡшы уйнауы тамашаларҙы ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы итте.
Светлана Тоймырзина.