2025 йылда Башҡортостанда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә Әлшәй һәм Борай райондарында 1,6 километр һыу менән тәьмин итеү селтәре төҙөлгән, төҙөкләндереү буйынса 52 проект тормошҡа ашырылған, 25 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алған. Был хаҡта аҙналыҡ кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
– Федераль программа ярҙамында ауылдарыбыҙ матурыраҡ һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ була бара.Төп үҙгәрештәр балалар һәм спорт инфраструктураһын үҫтереү, ял итеү зоналарын булдырыу һәм төҙөкләндереү, инженер коммуникацияларын тәртипкә килтереү менән бәйле, – тине вице-премьер.
Бынан тыш, 2025 йылда программа ярҙамында өс ҙур объект – Борай районының Борай ауылында 500 урынлыҡ мәктәп, Әлшәй районының Раевка ауылында ябыҡ һырғалаҡ һәм Шишмә районының Йәрмәй ауылында “Таврос” компаниялар төркөмө хеҙмәткәрҙәренең 100 ғаиләһе өсөн йорттар төҙөлә башланы. 2026 йылға Дыуан, Әлшәй һәм Илеш райондарында аҙ ҡатлы торлаҡ комплекстарын төҙөй башлау планлаштырыла. Шулай уҡ Үрге Йәркәй, Саҡмағош һәм Борай ауылдарында 14 объектты төҙөкләндереү – мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын ремонтлау, стадион, һыу үткәргес селтәрҙәр төҙөү һәм башҡалар. Был тораҡ пункттарҙы үҫтереүҙең оҙайлы пландары алдағы өс йылға федераль финанслау менән тәьмин ителгән.
Вице-премьер шулай уҡ ауыл ипотекаһын биреү тәртибендә үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итте. Атап әйткәндә, хәҙер уны агросәнәғәт комплексы, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, ветеринарҙар, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының ведомство ҡарамағындағы ойошмалары, Росрыболовство, Россельхознадзор һәм ауыл биләмәләрендәге урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре генә алырға хоҡуҡлы. 2020 йылдан 2025 йылға тиклем бөтәһе 22 миллиард һумға 8 642 кредит бирелгән. Башҡортостан – был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә лидер.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы – ауыл биләмәләрендә йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән төп инструменттарҙың береһе.
– Уның буйынса торлаҡ төҙөйбөҙ, инфраструктураны үҫтерәбеҙ, биләмәләрҙе төҙөкләндерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Күп кенә район башлыҡтарының был мәсьәлә менән әүҙем шөғөлләнеүен, етди средстволар йәлеп итеүен беләм. Эште дауам итәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.