

Башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле йәш артисы Линар Вәлиев Ҡариҙел районында ойошторған гастролдәре ваҡытында Иҫке Аҡбүләк ауылында үткән концерт көнөндә мәҙәниәт йорто методисы Зәлифә Шәйәхмәтоваға үҙенең хөрмәтен белдереп, "Изге подписка" акцияһы сиктәрендә "Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә ярты йылға яҙылып бүләк итте.
— Минең ижадыма ғашиҡ булған тамашасыларға рәхмәт. Гәзит уҡыған кеше рухлы, мәғлүмәтле була. Шуға "Йәнтөйәк” район-ара баҫмаһын мин урындағы мәҙәниәт усағы методисына бүләк иттем, — тине үҙенең сәғышында йәш йырсы һәм бөтәһен дә милли матбуғатҡа яҙылырға өндәне.
Зәлифә Шәйәхмәтова мәҙәниәт йортоноң "Әхирәттәр" фольклор коллективын да етәкләй. Районда үткән сараларҙа улар әүҙем ҡатнаша.
Зәлифә Шәйәхмәтова көтөлмәгән бүләккә ҡыуанды.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.