Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Декабрь 2025, 08:45

Башҡортостанда көндәр һалҡынайта

Республикала урыны менән -25° һыуыҡтар көтөлә.    

Башҡортостанда көндәр һалҡынайтаБашҡортостанда көндәр һалҡынайта
Башҡортостанда көндәр һалҡынайта

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 8 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙың тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы -4, -9°, төньяҡ-көнсығышта иһә -10, -15° була.

Шишәмбе, 9 декабрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18°, урыны менән -23°, көндөҙ -8, -13°, урыны менән -18°.

Шаршамбы, 10 декабрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15°, урыны менән -20, -25°, көндөҙ -5, -10°, урыны менән -15°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-08/v-bashkirii-suschestvenno-poholodaet-4497144

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас