

Был сара спортсыларҙы, ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йыя. Улар өс тиҫтә йыл буйына ауыл халҡының яҡшы йәшәүен теләгән ауыл биләмәһе башлығын хөрмәт менән иҫкә ала.
Андрей Алексеевичтың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Магинский ауыл Советы тотороҡло үҫешкән тораҡ пункттарҙың береһе була. Уның территорияһында урман сәнәғәте үҫешенә ҙур инвестициялар һалына. Тәжрибәле етәксене өлгө итеп ҡуялар, сөнки ул һәр мәсьәләлә юридик составтан алып хужалыҡ өлөшөнә тиклем эште белеүен күрһәтә.
Андрей Алексеевич яуаплы, принципиаль, үҙ эшенә тоғро кеше була, уны яҡташтары тәрән хөрмәт итә. Уға тиңләшәләр, унан кәңәш һорайҙар һәм абруйлы фекерен тыңлайҙар.
Шулай уҡ ул ысын волейбол фанаты була…
Андрей Киряков иҫтәлегенә ойошторолған турнирҙа юғары әҙерлекле биш команда ҡатнаша. Уйын көсөргәнешле бара. Һөҙөмтәлә берҙәмлек, етеҙлек һәм оҫталыҡ күрһәтеп, Асҡын командаһы икенсе урын яулай.
Вилшат Ғәйетғәли улы Сөләймәнов етәкселегендәге районыбыҙ командаһын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.