Сержант Илшат Ханов менән уның тыуған яғы Борайҙа осраштыҡ. Ут-һыуҙы етерлек кискән, Ватанды һаҡлауҙың иң мөҡәддәс бурыс икәнен бөтә булмышы менән аңлап ҡабул иткән, юғалтыу-һыҙланыу тойғоларын эстән һыҙып кисергән яугир менән аралашыу күңелдә яҡты иҫтәлек булып ҡалды. Әле ул махсус хәрби операция зонаһында һуңғы тапҡыр алған яраһынан дауалана, алғы һыҙыҡта ҡалған иптәштәре янына тиҙерәк барыу хыялы менән йәшәй. Йор һүҙле, шаян, тапҡыр телле егет беҙҙе тормошто яратыуы, уның ҡараңғы яҡтарына ҡарағанда яҡты һыҙаттарын күреүсәнлеге, алсаҡлығы менән һоҡландырҙы. Һуғыш һуғыш инде, уртаһында йөрөмәһәк тә, уның батырлыҡ, ҡыйыулыҡ өлгөһө менән бергә аяныслы, ҡорбандар талап иткән оло һынау икәнен яҡшы беләбеҙ.
Илшат Ирек улының тормош юлы Борай районында тыуып үҫкән бик күп тиҫтерҙәренеке кеүек ғәҙәти. Район үҙәгендәге 2-се гимназияны тамамлағас, Бөрө кооператив техникумына уҡырға инә, юридик белем ала. Хеҙмәт юлын милиция органдарында башлай, бер нисә тапҡыр Чечняға командировкаға ебәрелә. Унан физик һәм әхләҡи яҡтан нығынып, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәгәне өсөн наградланған миҙалдарҙы сыңлатып, тыуған яғына ҡайтып төшә.
– Бынан һуң ике йыл армия хеҙмәтендә хәрби бурысымды үтәргә тура килде. Ракета ғәскәрҙәрендә отделение командиры булдым. Аҙаҡ Өфө ҡалаһында бер аҙ эшләгәндән һуң 2021 йылға тиклем Себер тарафтарында газ ҡорамалдары урынлаштырыуҙа эшләнем. Махсус хәрби операция башланғас, ғәҙәттәге тормош ритмы боҙолдо. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ килгән мәле, уйландыра... Ир-егет өсөн айырыуса хәл иткес, яуаплы осор икәнлеге билдәле. Эргәмдәге дуҫ-иштәрем рәтенең һирәгәйә барғанын тоям, берәм-берәм контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына китә торалар. Тауышһыҙ-тынһыҙ ғына, хатта ҡайһы саҡ белмәй ҙә ҡалаһың. Бер аҙ уңайһыҙлыҡ тоя башланым, мин кемдән кәм, һалдат бутҡаһын ашағанмын, дары еҫен еҫкәгәнмен, тик ни өсөн мин һаман йылы мөхиттән айырыла алмайым? Етди ҡарарға килдем. Шулай итеп, 2024 йылдың март айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Тик тәүҙә әсәйемә әйтеп тормаҫҡа, уны тулҡынландырмаҫҡа булдым. Аҙаҡ, әлбиттә, белде, тик ҡаршы төшөп, мине уйымдан һүрмәне, ризалығын, фатихаһын бирҙе. Бик рәхмәтлемен уға. Покровск йүнәлешендә разведкала хеҙмәт итергә тура килде. 17 майҙа тәүге тапҡыр яраландым. Быныһын еңел үткәрҙем. Икенсеһен август айында алдым, Хоҙай Тәғәлә быныһында ла ғүмеремде һаҡлап алып ҡалды. Сентябрь айында мине Силәбегә яңы көс – йәш һалдаттарҙы алырға ебәрҙеләр, уларҙы күмәкләп тәүге хәрби күнекмәләргә өйрәттек, – ти “Ҡасим” позывнойлы яугир.
Ул бөтә Рәсәй төбәктәренән йыйылған егеттәр менән бергә хеҙмәт итә. “Яҡташтарым да бар араларында, “Салауат” позывнойлы Борай егете менән бергә хеҙмәт итәм, командирым – яҡташым Илнур. Ҡыйыу, позитив характерлы, төшөнкөлөккә бирелмәй торған холоҡло булғандары өсөн яратам уларҙы. Ҡайҙа-ҡайҙа, ә Ватан һағында торғанда күңел һүрелеүенә, кәйеф төшөүенә юл ҡуйырға ярамай. Яҡшы һүҙ, юмор, йор һүҙ ярҙамға килә. Беҙҙең егеттәр менән разведкаға барырға була! – тип ғорурлана алам. Мишкә, Стәрлетамаҡ райондарынан килгән яҡташтар менән бергә Алтай яугирҙәре лә яҡшы хеҙмәт итә”.
Яҡташыбыҙ ҡаһарманлығы өсөн ике тапҡыр дәүләт наградаһы – “Батырлыҡ өсөн” миҙалдарына, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының “Батырлыҡ өсөн” миҙалына, “Луганск һәм Донецкиҙы азат иткән өсөн”, ”Отличник разведки” һәм башҡа ведомство миҙалдарына лайыҡ булған. Ул бер нисә тапҡыр тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға һәм гуманитар ярҙам алырға ҡайтҡан. Район хакимиәтенең һәм яҡташтарының даими ярҙамы өсөн яугир бик рәхмәтле. “Айырыуса ике “ҡарсыға” һәм ике “Нива” машинаһы алыу ҙур шатлыҡ булды, – ти ул. – Ғөмүмән, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән яҡшы тәьмин итәләр, айырыуса разведчиктарҙың был тәңгәлдә бер ниндәй дәғүәһе юҡ, нимә кәрәкһә, шул етерлек”, – ти взвод командиры урынбаҫары.
Батыр яҡташыбыҙ әле яраларын дауалай, етди операцияға әҙерләнә. Күҙҙәрендә күңел төшөнкөлөгөнөң, күңелендә насар уйҙарҙың әҫәре лә булмауын күрҙек. Борайҙарҙың батыр улына һаулыҡ, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Динә Арыҫланова.
Борай районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-12-02/ular-men-n-razvedka-a-baryr-a-bula-4490540