Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь , 09:50

Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыралар

Балтас районында  “Оҙон ғүмерлелек” клубы  асылыуы яҡташтар өсөн иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде. Оло йәштәгеләр үҙҙәренең ҡул эштәренә, йыр-моңға оҫталығын тағы ла бер ҡат иҫбатланы.

Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыралар
Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыралар

Фойела ойошторолған күркәм күргәҙмә халыҡтың иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Йәнтимер ауылынан Владимир Үҙәнбаевтың тал сыбыҡтарынан үрелгән кәрзинкәләре килеүселәрҙе һоҡландырҙы. Көндәлек тормошта кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алырға теләүселәр ҙә булды. Көнтүгештәр яугирҙәргә ҡоро душ әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты,  теләге булған һәр кем был эшкә ҡушыла алды. Тушҡырҙан Рәлиә Хәсәнйәнова, Иҫке Балтастан Зәбирә Фәхрәзиева һәм Әлфинә Латиповаларҙың ҡул эштәре  лә ауылдаштарҙың күңеленә ятты.  Балтастар матурлыҡҡа һоҡлана ла, уны үҙ ҡулдары менән тыуҙыра ла белә.

 Фото: “Балтач таңнары” гәзите.

https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2025-12-05/maturly-ty-uldary-men-n-tyu-yralar-4493962

Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыралар
Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыралар
Автор:
Читайте нас: