Башҡортостанда ҡыш ниһайәт иҫенә килә башланы ахыры. Хатта ҡар яуа башланы. Бәлки, аномаль йылы һауа торошоноң оҙайлы осоро тамамланалыр. Ҡыштың тәүге айы ниндәй буласаҡ? Ғинуар нимә менән ғәжәпләндерер? Синоптиктар көтөлмәгән фараз бирҙе.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, декабрҙә уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, ә норма – -10,8 градус. Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын, ҡар күп булыуы көтөлә. Әммә айҙың тәүге декадаһы аномаль йылы буласаҡ — һауа температураһы норманан алты градусҡа юғарыраҡ торасаҡ.
“Фобос” үҙәгендә 11 декабрҙән ҡар яуыуы вәғәҙә ителә. Ә аҙмы-күпме етди һыуыҡтар айҙың икенсе яртыһында ғына килә. Төндә синоптиктар -20, көндөҙ -14,-16 градус вәғәҙәләй. Яңы йыл байрамына тағы ла йылыта. Төндә һауа температураһы -7,-9 градус була. Көндөҙ уңайлы -4 градус.
Ғинуарҙа, алдан баҫылған ихтималлыҡ фаразына ярашлы, һауа температураһы уртаса статистика күрһәткестәренә тап киләсәк. Ғинуар өсөн был -12,5 градус тирәһе.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.