Олоғая барған һайын күптәрҙең күреү һәләте насарая. Быға юл ҡуймаҫ өсөн рационға ҡабаҡ өҫтәргә кәрәк, ти белгестәр.
Унда ҡан тамырҙары көбө торошона тәьҫир итеүсе һәм күреү органдарының ҡан әйләнешен нормала тоторға ярҙам итеүсе бик күп антиоксиданттар бар.
Ҡабаҡты даими ҡулланыу айырыуса эңер мәлендә күреү һәләте насарайған кешеләргә файҙалы икән. Белеүебеҙсә, был сир "тауыҡ күрәшлеге" тип атала.
Ҡабаҡтың составында А витамины сығанағы булған бета-каротин күп, тап ул күреү ағзаһының торошон яҡшырта.
Шуға күрә олоғайған кешеләргә ҡабаҡты төрлө вариантта даими ашарға кәрәк. Уның айырыуса мейестә йәки парҙа бешкәне файҙалы.
Фото: нейроселтәр.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!