Бөрө башҡорттары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында (1994-1995 йй.) бик әүҙемләште. Быға тиклем Бөрө ҡалаһында 1989 йылда рәсми теркәлгән дөйөм татар һәм башҡорт мәҙәни клубы (рәйестәре Ринат Тәҡиуллин һәм Рияз Мәсәлимов) милли эштәрҙе алып барҙы. 1991 йылдың көҙөндә “Урал” Башҡорт халыҡ үҙәгенең Бөрө ойошмаһы (рәйесе — Бөрө дәүләт педагогия институты доценты Рияз Мәсәлимов) төҙөлдө.
Бөрө дәүләт педагогия институтында башҡорт милләтле уҡытыусылар булыуы эште еңеләйтә. Күренекле башҡорт әҙәби тәнҡитсеһе Әнғәм Хәбиров, ғалим-педагог Тимербай Исхаҡов, математик, доцент Хәйҙәр Ҡалҡамановтың кәңәштәре, аныҡ ярҙамдары бик урынлы була. Башҡа уҡыу йорттарында ла уҡытыусылар башҡорт телен һәм мәҙәниәтен уҡытыуҙы ойоштора. Бөрө дәүләт педагогия институты доценты Рияз Мәсәлимов үҙе лә Бөрө медицина училищеһында дүрт йыл башҡорт телен һәм мәҙәниәтен уҡыта. БДПИ-ның башҡорт теле кафедраһы мөдире Фирҙәүес Хисаметдинова һәм телсе-ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр ҡоролтай эшенә ҙур ярҙам күрһәтә. Бөрө ҡалаһында һәм районында эшләгән башҡорттар ҙа ҡоролтайға әҙерлек ваҡытында үҙәккә килеп, йыйылыштарҙа әүҙем ҡатнаша.
1995 йылдың апрелендә Бөрө башҡорттарының дөйөм йыйылышында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп Рияз Мәсәлимов һайлана. Бөрө делегацияһы ҡоролтайҙа әүҙемлек күрһәтә: секцияларҙа ҡатнаша, тәҡдимдәр индерә.
Ҡоролтайҙан һуң Бөрө башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек башлана. Әүҙемселәрҙең һаны арта, студенттар ҙа ҡушыла, сөнки башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары, мәктәп уҡытыусылары әүҙемләшә. Институттың проректоры Сергей Лыгин (Бөрйән егете), Рафаэль Сиражетдинов, оло ағайҙар Рауил Рыҫҡолов, Хәйҙәр Ғилманов, Тимербай Исхаҡов, Зилә Исхаҡова, Нәфисә Сиражетдинова, Гөлфинә Ҡәнзәфәрова ҡоролтай ағзаһы була.
1996 йылдың мартында Бөрө башҡорттарының ҡоролтайы үтә. Унда туғыҙ кешенән торған башҡарма комитет һайлана. Р. Мәсәлимов — рәйес, И. Талипова урынбаҫар итеп һайлана. Рияз Нияз улы Бөрө башҡорттарының башҡарма комитеты рәйесе булып 2002 йылға тиклем эшләй.
Рияз Мәсәлимовтан һуң был вазифаны төрлө йылдарҙа педагогия фәндәре кандидаты, Бөрө дәүләт педагогия институты доценты Тимербай Исхаҡов, филология фәндәре кандидаты, башҡорт, татар һәм мари филологияһы кафедраһы мөдире Артур Фәтҡуллин, педагогия фәндәре кандидаты Венер Усманов башҡара.
2023 йылдың декабрендә Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһына филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова (ошо юлдар авторы) тәғәйенләнде.
Һәр йылдың майында Бөрө ҡалаһында үткән «Ваҡыт йылғаһы» тарихи-патриотик фестиваленең бер биҙәге, йәме булыуыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романынан "Ныязғол бай йәйләүендә" тигән бүлекте сәхнәләштерҙек. Тирмәне биҙәү, персонаждарҙың костюмдарын мөмкин тиклем тарихи ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырыу кеүек эштәрҙе илһамланып башҡарҙыҡ.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында 1980 йылдан алып Һәҙиә Дәүләтшина музейы эшләп килә. 20 йыл был музей минең яуаплылыҡта. Экспонаттарҙы яңыртыу, тулыландырыу һөҙөмтәһендә Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә ике абруйлы китап баҫтырып сығыуға өлгәштек. Улар – “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” китап-альбомы (2010) һәм “Хадия Давлетшина. Творческое наследие. Воспоминания. Документы” (2022) китабы.
Ваҡытында “Бөрө шишмәләре” исеме аҫтында сыҡҡан гәзитебеҙҙе район башҡорттарына еткереүҙә ҡаланың 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзиә Рәжәпова, тарих фәндәре кандидаты Рияз Мәсәлимов, филология фәндәре кандидаттары Айһылыу Вахитова, Гөлнур Ҡасҡынова, Ғәлиә Ғәниева ҙур өлөш индерҙе. Бөрө ҡалаһы һәм районында тыуып үҫкән, йәшәү урыны итеп ошо төбәкте һайлаған, тормошо, башҡарған эше менән был ерҙә үҙ эҙен ҡалдырған шәхестәр, ғаиләләр, йәштәр тураһында мәҡәләләр гәзит биттәрендә донъя күреү менән генә сикләнеп ҡалманы. Һуңыраҡ Ғәлиә Ғәлиән ҡыҙы менән беҙ был материалдарҙы 207 биттән торған “Бөрө башҡорттары” исемле ҙур фәнни-популяр китап (2017) рәүешендә ҡала халҡына тәҡдим иттек.
Ҡоролтай ағзалары һәр ерҙә үҙ эшеннамыҫлы башҡарып, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, үткәнен һәм бөгөнгөһөн популярлаштырыу өҫтөндә эшләй: йыл һайын район һабантуйҙарында башҡорт тирмәһе ҡороп, милләттәштәребеҙҙе һәм район халҡын ҡыуандырған Фидират Гәрәевҡа һәм уның тынғыһыҙ командаһына, Әлмира Ғариповаға һәм ул етәкләгән ансамбль ағзаларына, Үгеҙ ауылы мәҙәниәт йорто коллективына, башҡорт яҙыусылары ижадына арналған саралар өсөн Бөрө үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Ирина Талиповаға, башҡорт телендә спектаклдәр ҡуйып, башҡорт бүлеге студенттарын сәхнә мәҙәниәтенә өйрәтеүсе “Өмөт” студияһы етәксеһе Фәүзиә Саттароваға рәхмәтлебеҙ.
Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы үткән быуаттың 90-сы йылдарында ҡоролтайҙың тәүге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Рияз Нияз улы нигеҙләгән традицияларға тоғро ҡалып, эшләүен, ҡала һәм район тарихында үҙ эҙен һалыуын дауам итә.
Гөлнур Ҡасҡынова,
Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.