Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь , 14:15

Изге ғәмәлдәр башҡарыусы Камил

2017 йылдан башлап Рәсәйҙә 5 декабрҙә Ирекмәндәр көнө билдәләнә. Улар эскерһеҙлек, оло ярҙам, хәстәрлек символы булып тора. Нәҡ улар булғанда был донъя мәрхәмәтлерәк тойола. Асылда ирекмәндәр хәрәкәте социаль яҡтан мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә. Был хәрәкәт тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала һәм гражданлыҡ йәмғиәтенең мөһим өлөшө булып тора.

Изге ғәмәлдәр башҡарыусы Камил
Изге ғәмәлдәр башҡарыусы Камил

Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында  “Хәүефһеҙлек пульсы” девизы аҫтында Ирекмәндәр көнөнә арналған сара үтте. Унда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Надежда Ершова, Башҡортостан Республикаһының, Кострома һәм Беслан ҡалаларының төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар өсөн мобиль отряд эшенең бай күргәҙмәһе, уларҙың эш урындары тәҡдим ителде һәм иң мауыҡтырғысы — Бесландағы фажиғәгә арналған күргәҙмә ойошторолдо.

Был сараға Борай районының мобиль отряды вәкилдәре лә саҡырылды һәм бүләкләнде. Райондың урындағы бүлексә етәксеһе булып Раил Хажиев тора.

Сәхнәнән ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар исеменә күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, республикабыҙҙың иң әүҙем йәштәренә лайыҡлы бүләктәр тапшырылды. Улар араһында Борай 1-се урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Камил Хажиев та бар ине. Тормош именлеге мәҙәниәтен формалаштырыу, йәш быуынды илһөйәрлек һәм Ватанға тоғролоҡ рухында тәрбиәләү буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Камил Рәхмәт хатына һәм “Хәүефһеҙлек мәктәбе алдынғыһы” билдәһенә эйә булды.

11 йәшлек Камилдың кешеләргә ярҙам итеү теләге ҙур. Бәләкәйҙән туризм менән мауыға, йыл һайын район территорияһында “Хәүефһеҙлек мәктәбенең” муниципаль, республика ярыштарында ҡатнаша. Мобиль отряд составында  биш йыл тора. Уҡыуҙа ла алдынғы, уҡытыусылары тырыш үҫмер тураһында яҡшы һүҙҙәр генә әйтә.

— Минең ирекмән булыуым атайымдың ҡасандыр 72-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлегендә янғын һүндереүсе булып эшләүенән, уның нисек башҡаларға ярҙам итеүен күреп үҫеүемдән киләлер, бәлки. Әгәр ҙә мин кемгәлер ярҙам итә алам икән, был минең өсөн — ҙур шатлыҡ, — ти Камил.

Өлкән ирекмәндәр ҙә Камилды ысын патриот һәм ирекмәндәр хәрәкәте мобиль отрядының әүҙем, тырыш ағзаһы булыуын билдәләй. “Беҙҙең Камил бик яуаплы үҫмер. Ололар менән бер рәттән кешеләргә ярҙам итеүҙә ҙур өлөш индерә”, — тиҙәр.

Белеүебеҙсә, миллионлаған кеше ирекмәндәр сафына баҫып, мохтаждарға ысын күңелдән изгелек эшләй, бының менән күңеленә ҡәнәғәтлек ала, кемдер алдында торған бурысын үтәй. Камил да шундайҙарҙан.

Лира Юрасова.

Борай районы.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: