Был абруйлы ярышта беренсе урынды Асҡын район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм гәҙәттән тыш хәлдәр секторы етәксеһе Гөлназ Рәдиф ҡыҙы Ғайсина яуланы!
Граждандар оборонаһы өлкәһендә бурыстарҙы хәл итеү белгестәренең статусын күтәреү йәһәтенән үткәрелгән конкурс Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 35 йыллығына бағышланып үткәрелә.
Гөлназ Рәдиф ҡыҙын лайыҡлы еңеү менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Был ҙур ҡаҙаныш. Ул Гөлназ Рәдиф ҡыҙының юғары профессионализмы, фиҙаҡәрлеге һәм үҙ эшенә тоғролоғо тураһында һөйләй.
Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр өлкәһендәге эшегеҙ райондың именлеге өсөн баһалап бөткөһөҙ. Асҡын районын республика кимәлендә уңышлы күрһәтеүегеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Һеҙгә артабанғы уңыштар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия һәм яңы һөнәри бейеклектәр теләйбеҙ! Эшегеҙ артабан да халҡыбыҙға файҙа һәм тыныслыҡ килтерһен.
Наилә Имаева.