Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
5 Декабрь 2025, 06:55

Асҡынға телһөйәрҙәр йыйылды

Бөгөн Асҡында “Мельница” Балалар ижады үҙәгендә  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабы уҙа.  Унда  район мәктәптәренән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы балалар йыйылды.

Асҡынға телһөйәрҙәр йыйылдыАсҡынға телһөйәрҙәр йыйылды
Асҡынға телһөйәрҙәр йыйылды

 Бәйгелә 7-се —11-се кластарҙан барыһы  42 уҡыусы ҡатнаша.

“Быйыл олимиадала ҡатнашыусылар бөтәһе өс турҙа һынау тота:  уҡыу программаһына ярашлы викторина һорауҙарына яуап бирә, инша яҙа, һөйләү телмәре кимәлен тикшереү өсөн диалог ҡора, текст буйынса лексик-грамматик бирем үтәй.

Олимпиада призёрҙары һәм еңеүселәре дипломдар менән бүләкләнәсәк, ә 9-сы -11-се кластар араһында еңеүселәр һәм призерҙар интеллектуаль ярыштың республика этабында  районыбыҙ исеменән сығыш яһайасаҡ”, — тине район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Миңлеғәлиева.

Уҡыусыларға барыһына ла уңыштар, олимпиада эштәрен еңел тапшырып, еңеүгә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас