Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь , 12:50

Ҡариҙел районының иң яҡшы фельдшеры — Дәүләт Кремль һарайында

Башҡортостан делегацияһы составында Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының Урғыш ауылы фельдшеры Лида Игошева Дәүләт Кремль һарайында үткән  «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.

Ҡариҙел районының иң яҡшы фельдшеры — Дәүләт Кремль һарайында
Ҡариҙел районының иң яҡшы фельдшеры — Дәүләт Кремль һарайында

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Лида Игошева «2025 йылда БР фельдшер-акушерлыҡ пунктының иң яҡшы фельдшеры» республика һөнәри оҫталыҡ  конкурсының 26 ҡатнашыусыһы араһында Башҡортостан буйынса өсөнсө урын яулағайны.

— Мәскәүҙә шундай мәртәбле сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Мөмкинлектән файҙаланып, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Нәби улы Ғәлинға баш ҡалабыҙға барыу мөмкинлеге булдырғаны  өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Сәфәр бик ҡыҙыҡлы һәм бай булды. Кремль Һарайындағы концерт иҫ киткес ине, ә ВДНХ-ла йөрөү —  үҙе бер тормош дәресе, — ти Лида Сәли ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Сығанаҡ: https://karaidel.site/news/obshchestvo/2025-12-04/luchshiy-feldsher-karaidelskogo-rayona-v-gosudarstvennom-kremlevskom-dvortse-4493904

 

Ҡариҙел районының иң яҡшы фельдшеры — Дәүләт Кремль һарайында
Ҡариҙел районының иң яҡшы фельдшеры — Дәүләт Кремль һарайында
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: