2026 йылдың башында Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пенсиялар арттырыла.
Депутат һүҙҙәренсә, 1 ғинуарҙан страховка пенсиялары арта, индексация 7,6% тәшкил итә. Ҡартлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы, хөкүмәт баһаһы буйынса, айына 27 мең һумға тиклем еткерелә. Хәрби пенсиялар ҙа үҙгәрә: аҡсалата тәьминәт коэффициенты 93,59% тиклем арттырыла, октябрҙә лә артыуы көтөлә.
Шулай уҡ 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие арта – 28 773 һум. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие кәмендә 10 790 һум, ә страховкаланған шәхестәр өсөн иң күбе 83 мең һум була.
17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр йәшәү минимумы нигеҙендә иҫәпләнә, 2026 йылда ул 18 939 һумға еткерелә.