4 декабрҙә Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәге базаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ХІ дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Уның темаһы: “Хоҡуҡ өҫтөнлөгө: тарихи хәҡиҡәттән Рәсәй юриспруденцияһының киләсәгенә тиклем”.
Республика етәксеһе сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй юристар ассоциацияһының 20 йыллығы менән ҡотланы һәм юридик берләшмәлә быуындар күсәгилешлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Юридик факультетта уҡығанда беҙҙә фронтовиктар уҡытты. Улар беҙҙең менән юҡ инде, әммә уларҙан алған белемде һәм әхлаҡи ныҡлыҡты беҙ ғүмер буйына алып барабыҙ. Хәҙер үҙебеҙ йәштәр өсөн остаз. Бөтә юристарға уңыштар, һөнәргә һәм хоҡуҡ постулаттарына тоғролоҡ теләйем, – тине Радий Хәбиров.
Ултырышта Рәсәй юристар ассоциацияһы эшенең төп йүнәлештәре, закондар сығарыу эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм төбәк кимәлендә хоҡуҡ өҫтөнлөгөн тәьмин итеүҙең практик аспекттары тикшерелде.
Сара аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Рәсәй юристар ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев – Салауат Юлаев орденына, Рәсәй юристар ассоциацияһының рәйестәше Владимир Плигин – Башҡортостан Республиканың Почет грамотаһына, Башҡортостандағы эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән исемгә лайыҡ булды.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Рәсәй юристар ассоциацияһының төбәктәге эшен юғары баһаланы.
– Республика бүлексәһе ике мөһим бурысты үтәй – мәғариф, йәғни хоҡуҡи наҙанлыҡты бөтөрөү, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау. Бында профессиональ юристар, тейешле белемле һәм статуслы алдынғы адвокаттар эшләй, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru.