Өфөлә халыҡ-ара Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә үткәрелгән «Эшҡыуарлыҡты яҡлау, төбәктәрҙең инвестицион климатын яҡшыртыу буйынса һөҙөмтәле тәжрибә менән уртаҡлашыу» темаһына үткәрелгән сессияла федераль һәм төбәк органдары вәкилдәре, РФ субъекттарының бизнес- обудсмендары, контроль-күҙәтеү органдары , бизнесты яҡлау институттары вәкилдәре фекер алышты һәм үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Сараны БР Хөкүмәте һәм республиканың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппараты ойошторҙо.
Башкортостандың эшҡыуарлыҡ тармағы инвестиция әүҙемлеген юғалтмай: был йәһәттән һуңғы алты йылда төбәктә Рәсәйҙең уртаса күрһәткестәрен ике тапҡырға арттырыуға өлгәшелгән. Республикала инвестиция мөхите тыуҙырыу һәм төбәктең алдынғы инвестиция үҫеше өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Был хаҡта үҙенең сығышында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
– Инвестиция әүҙемлегенең йылдам үҫеше төбәктә инвестиция эшмәкәрлеген дәртләндереүҙең төрлө механизмдары һәм ҡоралдары – өҫтөнлөклө режимлы биләмәләр булдырыу һәм үҫтереү, “Инвестиция сәғәттәре” үткәреү, республиканың муниципаль берәмектәрендә бизнес-шәрифтәр институтын индереү, бизнесты яҡлау сараларын күреү менән бәйле. Беҙ инвестиция проекттарын «Бер тәҙрә» форматында оҙатып барабыҙ, инвесторҙарҙың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү процедураһын оптималләштерәбеҙ һәм уны проект инициаторҙары өсөн уңайлыраҡ, ябайыраҡ итәбеҙ. Бынан тыш, беҙ инвесторҙарға концепция әҙерләүҙә, майҙансыҡтар һәм ярҙам сараларын һайлап алыуҙа, шулай уҡ льготалы финанслауҙы йәлеп итеүҙә булышабыҙ.Улар өсөн регламент процедуралары һаны ла ҡыҫҡартылды, документтар ҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тикшереү үтеп раҫлана. БР Хөкүмәтендә үткән «Инвестиция сәғәте»нә тикшерелеүгә тәҡдим итеү өсөн БР Корпорация үҫеше тарафынан әҙерләнгән декларация ла етә.Алты йыл эсендә төбәктә инвестицияларҙың 74,2 процентҡа артыуы күп нәмәләр хаҡында һөйләй.Бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу – системалы ҡараштың сағыу миҫалы, – тине ул төбәктә инвестиция мөхитен яҡшыртыу тәжрибәләре тураһында .
Федераль стандарттарға ҡарамай төбәктең эшҡыуарҙарға өҫтөнлөктәр булдырыуын һәм был тармаҡта ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүен «Опора России» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин да билдәләне. Ул йәмғиәт менән власть даирәләре араһындағы бәйләнеште булдырыуҙағы Башҡортостан тәжрибәһен башҡа төбәктәргә лә өйрәнергә саҡырҙы. Иҡтисади процестар һанлаштырылған һәм күҙәтеп барылған Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәген төбәктең иң яҡшы ҡаҙанышы тип баһаланы.
Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә күп тикшереүҙәр контроль-күҙәтеү органдары иҫәбенә тура килә. Талаптарҙы үтәй алмағанлыҡтан эшҡыуарлыҡтағы күп проекттар туҡталып ҡала. Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Анна Козак был күренешкә үҙ аңлатмаһын бирҙе. «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, санитар-эпидемилогия өлкәһен күҙәтеү буйынса эшләгән федераль хеҙмәттең бурысы – яза биреү түгел, талаптар тураһында иҫкәртеү, профилактика сараларын үткәреү. Был үҙ сиратында эшҡыуарҙарға ваҡытында хаталарын төҙәтергә ярҙам итеү ҙә ул», – тине.
Сараның икенсе өлөшөндә субъекттар вәкилдәре инвестиция мөхитен яҡшыртыу , эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса тәҡдимдәре менән бүлеште.