Йәшәү йәме – һаулыҡта. Шуға күрә уға һаҡсыл ҡараш бәләкәйҙән булырға тейеш. Бөгөн иһә гүзәл зат вәкилдәренең сәләмәтлеге тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна, тиҙәр. Әммә, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатындар түбәндәге шарттарға иғтибар итергә тейеш.
Һөт биҙе яман шеше тәүге стадияларҙа үҙе тураһында һиҙҙермәҫкә мөмкин. Шеш үҫкән һайын һөт биҙендә шештәр барлыҡҡа килә, түш формаһы үҙгәрә, ҡыҙара.
Һөт биҙе яман шешенә юл ҡуймаҫ өсөн түбәндәге иҫкәртеү сараларын күрергә кәрәк:
Һөт биҙе сирҙәрен иҫкәртеүҙә түбәндәгеләр мөһим:
Сәләмәтлек – һәр кемдән хәстәрлек һәм аҡыллы мөнәсәбәт талап иткән байлыҡ ул. Һаулыҡ тураһында һүҙ сығыу менән иң тәүҙә башҡа бер ниндәй ауырыу булмауы хаҡында уй килә. Тик һаулыҡ төшөнсәһе күпкә киңерәк. Ул – тормоштағы төрлө ҡаршылыҡтарға бирешмәү өсөн дәрт-көс сығанағы, һәр көнгә шатланыу, эшкә һәләтлелек, яҡындарың менән бергә булыу, тигән һүҙ. Өҫтәүенә һау-сәләмәт кеше үҙен яҡшыраҡ тоя, йәшәү әүҙемлеген оҙаҡҡараҡ һаҡлай, медицина ярҙамына һирәгерәк мөрәжәғәт итә, йәмғиәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнаша. Шуға күрә һаулыҡ һаҡлау системаһы дауалауға ғына түгел, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүлә.
Сәләмәтлегегеҙҙең иң мөһим хазина икәнлеге тураһында онотмағыҙ, гүзәл заттар. Тирә-яҡтағы күп нәмә, шул иҫәптән ғаилә именлеге, балалар бәхете ҡатын-ҡыҙға бәйле. Тиккә генә уны донъя тотҡаһы тип атамағандар.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.