Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь , 16:25

Ҡашҡала Гәзиткә яҙылыусы көнө үтте

Ҡашҡалар район гәзиттәре менән дуҫлыҡ ептәрен нығытты.

Ҡашҡала  Гәзиткә яҙылыусы көнө үтте
Ҡашҡала Гәзиткә яҙылыусы көнө үтте

Бөгөн Ҡашҡа ауылында  булып, урындағы халыҡты 2026 йылдың  беренсе ярты йыллығына район гәзиттәренә яҙҙырҙыҡ.

Эш сәфәребеҙ урындағы почта бүлексәһендә башланды. Почта начальнигы Фәниә Абзалтдин ҡыҙы Фәтхинурова  менән матбуғатҡа яҙылыу барышы хаҡында фекер алыштыҡ.  Халыҡ һирәкләп булһа ла килә, гәзиткә яҙыла.

 Халыҡты борсоған төп мәсьәлә  — почтальон булмауы. Бөгөн бүлексәлә ни бары бер почтальон Эльвира Баймөхәмәтова эшләй. Ул Ҡашҡаның ике урамына, Әмир, Билгеш, Бала Ҡашҡа ауылдарына тарата.Ҡашҡа почта  бүлексәһенә ҡараған Сөйөш, Гөмбә һәм  Ҡашҡа ауылының ҡалған урамдарына гәзиит-журналдар таратылмай.  Шул сәбәпле, гәзиткә яҙылыусылар һаны ла кәмегән.

Эльвира Фәрит ҡыҙы менән бергәләп, беҙ бөгөн ауыл Советы (өс кеше яҙылды), мәктәп (15 кеше), балалар баҡсаһы (биш кеше), ауыл мәҙәниәт йортонда (ике кеше) булып, хеҙмәткәрҙәрҙе район гәзиттәренә яҙҙырҙыҡ. Был эш алда ла дауам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙән 13 декабргә тиклем 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк уҙа.
Ошо ваҡытта гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ. 

Наилә Имаева.

 

 

Ҡашҡала  Гәзиткә яҙылыусы көнө үтте
Ҡашҡала Гәзиткә яҙылыусы көнө үтте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: