Һәр ваҡыттағыса дәүләт башлығы Владимир Путин тура эфирҙа уҙып барған йылға йомғаҡ яһай, журналистарҙың һәм халыҡтың һорауҙарына яуап бирә.
Һәр кем moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) программаһы сайтында, 0–40–40 номерына һәм 8–800–200–40–40 телефоны буйынса СМС йәки ММС-хәбәр ярҙамында һорау бирергә мөмкин. Һорауҙар махсус мобиль ҡушымта аша ла ҡабул ителә (был хаҡта тулыраҡ программаның сайтында белергә була).
Рәсәй Президентына текст һәм видеоһорауҙарҙы «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәре аша ебәрергә мөмкин. Программаның рәсми төркөмдәре – vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu. Бынан тыш, MAX мессенджерында чат-бот менән файҙаланыу мөмкинлеге бар – max.ru/moskvaputinu.
Һорауҙар 4 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө 3-тән алып 19 декабрҙә программа тамамланғансы ҡабул ителә.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 11 ноябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә 9591 хәбәр теркәлгән.