“Изге подписка” акцияһын ойоштороуҙары бик яҡшы, сөнки кемделер шатландыра алыу — үҙе бер шатлыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ һәм намыҫ эше. "Изге подписка" акцияһы – файҙалы һәм күңелле бүләк яһау мөмкинлеге, дауамлы сауап та ул, сөнки алты ай дауамында ул беҙҙең хәстәрлегебеҙ һәм иғтибарыбыҙ хаҡында иҫкә төшөрөп торасаҡ", - тип ҡалғандарҙы ла акцияға ҡушылырға саҡырҙы Йәриә апай Ялалетдинова.
Йәриә Ғафур ҡыҙы “Изге подписка” акцияһы сиктәрендә “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫмабыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугир ғаиләһенә бүләк итте.
Әйткәндәй, кисә, 3 декабрҙә, гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды. Ошо мөмкинлектән файҙаланып, “Йәнтөйәк” гәзитенә үҙегеҙ ҙә яҙылып, уны тағы ла кемгәлер бүләк итеп тә өлгөрөгөҙ.
Наилә Имаева.