Эшлекле хеҙмәттәшлекте булдырыуға арналған сарала Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә һәм Тажикстандан рәсми делегациялар һәм бизнес вәкилдәре ҡатнаша. «Торатау» конгресс-холындағы форумдың тәүге көнөндә һөҙөмтәле идара итеү буйынса дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре, «Йыл эшҡыуары-2025» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
«Был форум — Башҡортостан өсөн генә түгел, бөтә Рәсәй өсөн мөһим ваҡиға. Ул күп кенә сит ил компаниялары өсөн Рәсәй баҙарына сығыу өсөн майҙансыҡ булып тора. Бөгөн беҙҙә ун ил вәкиле ҡатнаша һәм улар аныҡ партнерҙар. Үҙ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр тышҡы шарттарға ҡарамай үҫешергә тейеш», — тип билдәләне форумды асыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
6 декабргә тиклем уҙасаҡ Эшҡыуарлыҡ аҙналығында бөгөнгө шарттарҙа иҡтисадты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү темалары күтәреләсәк, эшҡыуарлыҡтағы көнүҙәк мәьсәләләр ҡараласаҡ,эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Унда эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр һәм үҙ эшен асырға йыйынғандар ҡатнаша ала. Форумда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт биреүгә һәм заманса шарттарҙа эшҡыуарлыҡ потенциалын үҫтереүгә иғтибар бүленәсәк.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығының тәүге көнәндә «Йәштәрҙең эшҡыуарлығы» темаһына ла «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо.
Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡ менән әүҙем шөғөлләнеүе – иҡтисади һәм социаль үҫеш өсөн эске резервтарҙың береһе. Бөгөн илдә 7 млн-ға яҡын эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, шуларҙың һәр дүртенсеһе – йәштәр вәкиле.
– Йәштәрҙең эшҡыуарлығын үҫтереү – төбәктең стратегик бурысы. Беҙҙең бурыс – үҙ эшен асыусыларға финанс инструменттары менән файҙаланыуға, бизнеста тәүге аҙым яһағанда ярҙам итеү, белемдәрен байытыу. Министрлыҡта ярайһы уҡ етди ярҙам системаһы булдырылған. Минеңсә, ул илдә иң яҡшыларҙың береһе. Ҡаҙнаның дүрттән бер өлөшө эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Инфраструктура ярҙамы – лизинг компаниялары, микрокредит ойошмалары,гарантия фонды кеүек институттар күп , – тип билдәләне үҙенең сығышында БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Ул шулай уҡ ведомствоның ҡатын-ҡыҙҙар, социаль һәм йәштәр эшҡыуарлығы кеүек йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның һүҙҙәренсә, күп кенә йәш эшҡыуарҙар бәләкәй һәм урта бизнес аша ҙур бизнесҡа инә.
«Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһын үҫтереү буйынса вице-президент Яна Васильева үҙенең эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе менән таныштырҙы. Ул 19 йәшендә дәүләттән субсидия алып, магазин кибете аса. Хәҙер эшлекле ханым эшҡыуарлыҡ буйынса дүрт йүнәлештә эшләй. Былтыр ул маркетплейс форумын ойоштороуға федераль грант отоуға өлгәшкән. «Йәш эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән республикала күп саралар күрелә. Был беҙгә үҫешергә, яңы эш асыусыларға капитал алырға ярҙам итә. Үҙ тәжрибәмдән сығып, мин ваҡытында тәүәккәлләп эшҡыуарлыҡҡа тотнғанмын, тип уйлайым. Йәштәр был аҙымды яһауҙан ҡурҡмаһындар, дәүләттән ярҙам алып эшләп ҡараһындар, – ти ул.
Йәштәр сәсйәсәте министрлығының бүлек етәксеһе Егор Кирсановтың әйтеүенсә, йәштәрҙең бизнес проекттарына ярҙам– ведомствоның өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Министрлыҡ аша йәштәр үҙҙәренең проекттары менән «Росмолодежь. Гранттар» федераль гранттар конкурсында ҡатнаша ала. Быйыл 15 кеше документ тапшырһа, шуның икәүһе грант яулаған.Эшҡыуарлыҡта үҙеңдең идеяларыңды тормошҡа ашырырға теләһәң, грант ярҙамы ҙур роль уйнай. Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды күп программаларҙы тормошҡа ашыра. Мәҫәлән «Умник» программаһында йәш ғалимдар инновация проекттарын тәҡдим итеп, 500 мең һум ярҙам алалар. «Студенческий стартап» программаһында вузда уҡыусыларға үҙ эшен үҫтереү өсөн 1 млн һум аҡса бирелә.
«Түңәрәк өҫтәл»дә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар тәжрибәле бизнесмендарға, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте эксперттарына һорауҙар бирҙе.
Башҡортостан йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй программаһының пилот төбәктәре иҫәбенә ингән. Дәүләттән ярҙам булғанда, яңы идеялар менән янған йүнсел йәш быуынға бар юлдар ҙа асыҡ.