Дарыухананан йүкә сәскәләре һатып алабыҙ. Кофе тирмәнендә ваҡлайбыҙ. Көн һайын көнөнә өс тапҡыр ете сәй ҡалағы порошокты ашарға, артынан йылы һыу эсәбеҙ. Курс ете ай дауам итә. Был рецепт ҡандағы холестерин кимәлен кәметеп кенә ҡалмай, организмдан шлактарҙы сығара, бер үк ваҡытта бер нисә килограмм артыҡ ауырлыҡ юғаласаҡ.
Тағы бер ябай рецепт.
Ябай фасоль мөғжизәләр ҡыла. Кискеһен ярты стакан фасоль йәки борсаҡҡа һыу ҡоябыҙ һәм төнгә ҡалдырабыҙ. Иртән һыуын түгеп, яңыһына алмаштырабыҙ, сәй ҡалағының осона эсәр сода өҫтәйбеҙ (газ барлыҡҡа килмәһен өсөн), әҙер булғансы бешерәбеҙ һәм ике тапҡыр ашайбыҙ. Курсты өс аҙна дауам итәбеҙ. Әгәр көнөнә кәм тигәндә 100 г фасоль ашаһаң, холестерин яҡынса 70 процентҡа кәмей.
Һаҡлағыҙ һәм яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!
ҺӘР ПРЕПАРАТТЫ, ДАРЫУҘЫ ЙӘКИ ДАУАЛАУ ЫСУЛЫН ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН, МОТЛАҠ ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!