«Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, бөгөн предприятиеларыбыҙ производство комплекстарын төҙөүҙе һәм яңыртыуҙы, инновациялар индереүҙе, республиканың энергия системаһының ҡеүәтен арттырыуҙы дауам итә», – тип билдәләне төбәк башлығы Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында.
«Башҡортостан бер нисә тапҡыр сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса лидер булды. Беҙ – индустриаль һәм технопарктар һаны буйынса дүртенсе урында. Быйыл төбәктәрҙең Кластерлы үҫеш кимәле буйынса беренсе милли рейтингты етәкләнек.
Был ҡаҙаныштар, хөрмәтле дуҫтар, – һәр берегеҙҙең, коллегаларығыҙҙың һәм предприятиеларығыҙҙың ҡаҙанышы. Йөҙҙәрсә мең тәжрибәле профессионал бөгөн сәнәғәттә эшләй һәм илдең технологик суверенитетын нығыта», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Сәнәғәттәге уңыштар – Башҡортостандың артабанғы үҫеше һәм сәскә атыуы өсөн нигеҙ. Күп осраҡта был күп быуын хеҙмәтсәндәренең ҡаҙанышы. Улар араһында
«Рн-РЕМОНТ НПО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө филиалы Яңауыл нефть промыслаһы ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү идаралығының өлкән мастеры Дамир Нартдинов та бар ине. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Дамир Туҡтағол улы "Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан тапшырылған был юғары награда — Дамир Туҡтағол улының төбәктең нефть сәнәғәте үҫешенә кереткән ҙур өлөшөн таныу. Дамир Туҡтағол улын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Профессионализм, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт һәм Асҡын районы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Наилә Имаева.