Ирек Альбирт улы “Изге подписка” акцияһына йыл да ихлас ҡушыла. Был юлы ла ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ике яугирҙың ғаиләһенә “Йәнтөйәк” гәзитен бүләк итеп, башҡаларға матур өлгө күрһәтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙән 13-өнә тиклем 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк уҙа. Был — район гәзиттәрен үҙегеҙгә яҙҙырыу, яҡындарығыҙға, мохтаждарға бүләк итеү өсөн яҡшы мөмкинлек!
Илһөйәр Махатова.