Рухлы, телһөйәр ағинәй Закира Ғилметдинова етәкселегендәге Ҡубияҙ ауылы ағинәйҙәре милли матбуғаттың яҙмышын ҡурсалап, башҡорт телен һаҡлау маҡсатында үҙ өлгөләрендә “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылды.
Афариндар, ағинәйҙәр! Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, гәзит уҡып өйрәнгән быуын бөгөн дә матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлай.
“Туған телдәге “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы, берлегебеҙҙе белдерәйек! Беренсенән, бөгөн ауыр хәлдә ҡалған милли матбуғатҡа ярҙам булһа, икенсенән, “Йәнтөйәк” аша күрше-тирә райондарҙағы яңылыҡтар менән танышып барасаҡбыҙ”, — тип ҡалғандарҙы ла “Йәнтөйәк” кә яҙылырға саҡырҙы Закира апай.
Ҡубияҙ ағинәйҙәренең изге маҡсатын районыбыҙ ағинәйҙәре лә күтәреп алып, “Йәнтөйәк”ле булыр, тип ышанабыҙ!
Наилә Имаева.